Сәләмәт булайыҡ
22 Ноябрь 2025, 08:00

Конкурс яңы исемдәрҙе аса

Донъяла табип һәм уҡытыусы һөнәренән дә бөйөгөрәк һөнәр юҡтыр, береһе тәнде һәм йәнде дауалаһа, икенсеһе һиңә тормошта аҙашмаҫлыҡ, юғалып ҡалмаҫлыҡ белем асҡысы тоттора.

Конкурс яңы исемдәрҙе асаКонкурс яңы исемдәрҙе аса
Конкурс яңы исемдәрҙе аса

 

Ноябрь айының ҡырыҫ, һалҡын көнө лә Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында барған тантана шатлығын һүрелтә алманы. “Йылдың иң яҡшы табибы-2025” конкурсында еңеүселәр һәм призерҙарҙы хеҙмәттәштәре ысын күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.

 “Йылдың иң яҡшы табибы” конкурсы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе. Сара медицина үҫешенә мөһим өлөш индергән һәм кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртҡан иң яҡшы табиптарҙы асыҡлауҙан һәм улар менән таныштырыуҙан тыш, донъялағы иң  кәрәкле һөнәр эйәләренең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итә. Тап ошондай бәйгеләр тәжрибә уртаҡлашырға, яңы исемдәр асырға, кеше сәләмәтлеге хаҡына арымай-талмай эшләргә дәрт өҫтәй. 2025 йылда 28 номинация буйынса  347 конкурс эше тәҡдим ителгән. Иң яҡшы белгестәр йыл һайын  Бөтә Рәсәй конкурсының федераль кимәлендә ҡатнаша. Быйыл Башҡортостандан ете белгес федераль этапта  еңеүселәр һәм призерҙар рәтен  тулыландырҙы.

Донъяла табип һәм уҡытыусы һөнәренән дә бөйөгөрәк һөнәр юҡтыр, береһе тәнде һәм йәнде дауалаһа, икенсеһе һиңә тормошта аҙашмаҫлыҡ, юғалып ҡалмаҫлыҡ белем асҡысы тоттора. Табиплыҡ – боронғо абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе, хатта тәү тормош дәүерендә күп үҫемлектәрҙең үҙенсәлектәрен белгән һәм уларҙың һауыҡтырыу көсөн ҡулланған табиптар булған. Хәҙер беҙ һаулыҡ һаҡлауҙа күптән инде ҙур тәжрибә, белем тупланған, медицина фән булараҡ үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Яңы технологиялар, дауалау алымдары үҫешеүе менән табиптың бурысы ла арта бара, сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм дауалау менән бергә ауырыуҙарҙың артабанғы яҙмышы өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү яуаплылығы ла улар өҫтөндә. Ә бит яҡшы табип булыу өсөн белем генә етмәй, стресҡа тотороҡлоҡ, иғтибарлыҡ, миһырбанлыҡ, кеше хәленә инә белеү ҙә кәрәк. Талаптар юғары булыу менән бер рәттән, һөнәрҙең һәр саҡ һорау менән файҙаланыуы, профессияға хөрмәт кәмемәүе, пациенттарға ярҙам итеүҙән ҡәнәғәтлек тойоу һәм яҡшы белгестәргә сикһеҙ ихтыяж булыуы был кешелекле һөнәргә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Был хәҡиҡәтте бөгөн  йылдың иң яҡшы табиптарын тәбрикләгән  ҙур залда тойҙоҡ һәм күрҙек.

 Республика клиник  йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының Стәрлетамаҡтағы филиалының бүлексә мөдире Светлана Абдулғафарова “Иң яҡшы табип- инфекционист” номинацияһында беренсе урын яулаған. “Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ табип 31 йыл инде ошо яратҡан тармағында эшләй. “Төрлө  ҡатмарлыҡтар булһа ла, һөнәремдең ялҡытҡаны юҡ. Эшебеҙҙә медицина этикаһы, пациенттар менән аралашҡанда үҙеңде контролләү, табиплыҡ серен һаҡлау, деонтология ҡағиҙәләрен күҙәтеү ҙә бик мөһим. Абруйлы конкурсҡа йыл буйы ныҡлап әҙерләндем. Унда еңеү яулауыма бик шатмын!”– тине Светлана Әбделмән ҡыҙы.

 Асҡын үҙәк район дауаханаһында утыҙ йылдан ашыу балалар табибы  булып эшләгән Гөлнара Насретдинова ла республиканың “Иң яҡшы табип-педиатры” исеменә лайыҡ булған. Ҡыҙы уның  һөнәри юлын һайламаһа ла, әлеге көндә педагог булып Санкт-Петербургта эшләүенә әсә ҡәнәғәт. ”Был ике һөнәр ҙә кеше яҙмышында ғәйәт ҙур роль уйнай, уларҙа әҙәпһеҙлеккә, наҙанлыҡҡа урын юҡ. Бер генә маҡсат – ярҙам итергә”. Гөлнара Ғилмулла ҡыҙы табиплыҡ эшмәкәрлеген пациенттарҙы дауалауҙа ғына түгел, ә балалар, үҫмерҙәр менән иҫкәртеү эштәрен башҡарыуҙа ла күрә. “Был йәһәттән дауахананан тыш та байтаҡ файҙалы эштәр башҡарырға мөмкин. “Ағинәйҙәр ҡоро”нда ҡатнашыу, әсәйҙәр, өләсәйҙәр менән әүҙем аралашыу ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса фекер алышырға, кәңәшләшергә ярҙам итә”, – ти конкурста еңеүсе.

Иң яҡшы йыл табиптарының һүҙен йомғаҡлап, шундай фекергә килдек: табип, ниндәй генә йүнәлеште һайламаһын, даими уҡыһа, үҙ өҫтөндә эшләһә, күнекмәләрен киңәйтһә, ул һәр саҡ  халыҡ араһында абруй менән файҙаланасаҡ. Медицинаның ниндәй өлкәһендә һәм ҡайһы ҡала-ауылда эшләүе мөһим түгел. Яңынан-яңы компьютер программалары, робот техникаһы үҫешеүенә, яһалма интеллект формаларына өмөт бағлауыбыҙға ҡарамаҫтан, улар үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, кеше хәленә инә белгән тере белгестәрҙе бер ҡасан ла алыштыра алмаҫ кеүек.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

“Йылдың иң яҡшы табибы-2025”  конкурсында еңеүселәрҙән бер төркөм: стоматолог Фәүриә Шәрәфетдинова, акушер-гинеколог Дмитрий Алтынов, инфекционист Светлана Абдулғафарова,  отоларинголог Николай Забелин, педиатр Гөлнара Насретдинова.

Конкурс яңы исемдәрҙе аса
Конкурс яңы исемдәрҙе аса
Конкурс яңы исемдәрҙе аса
Конкурс яңы исемдәрҙе аса
Конкурс яңы исемдәрҙе аса
Конкурс яңы исемдәрҙе аса
Конкурс яңы исемдәрҙе аса
Конкурс яңы исемдәрҙе аса
Конкурс яңы исемдәрҙе аса
Конкурс яңы исемдәрҙе аса
Конкурс яңы исемдәрҙе аса
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас