Сәләмәт булайыҡ
25 Ноябрь 2025, 05:30

Дөрөҫ туҡланаһығыҙмы?

24 – 30 ноябрҙә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары аҙналығын иғлан итте

Дөрөҫ туҡланаһығыҙмы?Дөрөҫ туҡланаһығыҙмы?
Дөрөҫ туҡланаһығыҙмы?

Һуңғы йылдарҙа, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау йәһәтенән алға китеш булһа ла, ул һаулыҡ һаҡлауҙың мөһим проблемаһы һәм көнүҙәк булып ҡала. Был заман кешеһенең хәүефтең модификацияланған һәм модификацияланмаған факторҙарына дусар булыуына бәйле. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарына юлыҡмау өсөн дөрөҫ туҡланырға, шул иҫәптән етерлек күләмдә күҙәнәклеләрҙе дөйөм рационға индереп, трансмайҙарҙы, ярымфабрикаттарҙы һәм башҡа эшкәртелгән аҙыҡты кәметеп, дөрөҫ туҡланыу мөһим.

Бынан тыш, язва, гастроэзофагеаль рефлюкс сирҙәре булғандарға махсус диета тотоу кәңәш ителә.
Ашҡаҙандың һәм тура эсәктең яман шеш сирҙәрен булдырмау өсөн диспансерлаштырыу, табипҡа күренеү мөһим.
Зыянлы ғәҙәттәр, физик йәһәттән әүҙем булмау, дөрөҫ туҡланмау – ашҡаҙан-эсәк системаһы сирҙәре үҫешенең төп факторҙары. Шуға һаулығығыҙға һаҡсыл ҡараш булдырығыҙ.

Фото: health.bashkortostan.rи

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас