Сәләмәт булайыҡ
2 Декабрь 2025, 13:15

Һуған ҡабығы төнәтмәһе тамаҡ шешкәндә ныҡ килешә

Был халыҡ дауаһын Яңауыл районына командировкаға барғанда Фәриха исемле апай өйрәткәйне. 

Һуған ҡабығы төнәтмәһе тамаҡ шешкәндә ныҡ килешәҺуған ҡабығы төнәтмәһе тамаҡ шешкәндә ныҡ килешә
Һуған ҡабығы төнәтмәһе тамаҡ шешкәндә ныҡ килешә

Яңауыл районының Байғужа ауылында йәшәгән Фәриха апай Матнурованың ниндәй генә шөғөлдәре юҡ. Бәйләү, тегеү, сигеү кеүек ҡул эштәренән тыш, халыҡ медицинаһын ныҡлы өйрәнә, төрлө дарыу үләндәре йыя, шифалы майҙар, төнәтмәләр эшләй.

- Үләндәрҙең артығы кәрәкмәй. Үҙегеҙгә килешкәнән белеп файҙаланһағыҙ – шул етә. Мин пәйғәмбәр тырнағы (календула), мәтрүшкә, мелисса, боланут, кесерткән, әрем, энәлек, аҡ сәскә, сиренде яратып ҡулланам. Мәҫәлән, сирен һыҙлаған быуындарға килешә, – тип халыу дауалары серҙәре менән уртаҡлашты Фәриха Сәйҙел ҡыҙы.

Белгәндәрен ауылдаштары менән дә ихлас уртаҡлаша, кәңәш һорап килгән һәр кемгә килешерҙәй дауа, дарыу үләндәре, төнәтмә рецепттары тәҡдим итә.

Беҙгә һуған ҡабығынан төнәтмә рецебын өйрәтте.

0,5 литрлы банкаға һуған ҡабығын тултырғас, өҫтөнә спиртлы ҡатнашма (араҡы) һалырға. 10 көн самаһы ҡараңғы урында тотҡас, һөҙөп файҙалана башлайһың. Тамаҡ шешкәндә сайҡатыу, һыҙлаған ерҙәргә һөртөү өсөн файҙалы. Һыу менән ҡатыштырып, һытҡылы урындарға компресс яһарға мөмкин. 

Үләндәр менән дауаланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Сәләмәт булығыҙ!

Фото: нейроселтәр. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас