Сәләмәт булайыҡ
8 Декабрь 2025, 11:20

Кемдә наркотик ҡулланыуға әүәҫлек көслө?

Белгестең әйтеүенсә, Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, эскеселәр һәм психоактив матдәләр ҡулланыусыләр һаны аҙая бара. Әммә наркотиктар менән бәйле психоздар артыуы күҙәтелә, синтетик каннабиноидтар  йышыраҡ тарала.

Кемдә  наркотик ҡулланыуға әүәҫлек көслө?Кемдә  наркотик ҡулланыуға әүәҫлек көслө?
Кемдә наркотик ҡулланыуға әүәҫлек көслө?

Наркотиктар ҡулланыу буйынса хәүеф төркөмөндә  эштәре ҡаты дисциплина, нервы көсөргәнешлеге, оҙайлы эш көнө , ялдың насар ойошторолоуы  менән бәйле кешеләр тора. Шулай уҡ тотороҡло эше булмаған, насар нәҫел һыҙаттарына, психиатрия һәм наркология диагноздарына эйә ғаиләлә йәшәгәндәр  ҙә юлыға. Был хаҡта  психиатр-нарколог Татьяна Старостина хәбәр итә.

Әммә был кеше мотлаҡ наркотиктар менән мауығасаҡ, тигән һүҙ түгел. Барыһы ла ғаиләләге хәлдән, уларҙың мөнәсәбәтенән тора. Белгестең әйтеүенсә, Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, эскеселәр һәм психоактив матдәләр ҡулланыусыләр һаны аҙая бара. Әммә наркотиктар менән бәйле психоздар артыуы күҙәтелә, синтетик каннабиноидтар  йышыраҡ тарала. Был матдәләр бик тиҙ бәйлелек тыуҙыра, уларҙы ҡулланыу ауыр психотик хәлгә килтерә, кеше һаташа, галлюцинациялар башлана, унан сығыуы ғәмәлдә мөмкин дә түгел. 

Синтетик каннабиноидтар химиктар тарафынан уйлап сығарылған. Уларҙан йышыраҡ 30-40 йәшлектәр файҙалана, өлкәнерәктәрҙең дә ҡулланыуы ихтимал, сөнки “синтетика” менән ремиссияла булған наркомандар мауыға.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас