

Көндәрҙең ҡапыл һыуытып йә иһә йылытып ебәреүе күптәрҙең тын юлдары ауырыуын көсәйтә генә. Аптекала һатылған дарыуҙарҙың күбеһе йүткеректән дауалап та бөтмәй. Шуға күрә халыҡ медицинаһында ҡулланылған ябай ысулды һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. Был осраҡта ҡара торма (черная редька) ярҙамға килер. Ул - тамаҡ ауыртҡанда, быума йүтәл йонсотҡанда һәм бронхит менән яфаланғанда шәп дауа.
Бер ҡара торманың эсен соҡоп, кистән бал һалып ҡалдыраһың. Иртәнсәк барлыҡҡа килгән һыуын (һут) көнөнә өс-дүрт мәртәбә берәр аш ҡалағы эсергә кәрәк.
Шулай уҡ һөйәктәр өсөн дә файҙалы, эсәктәрҙең микрофлораһын яҡшырта, йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡлай. С витаминына бай.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Фото: телеграм
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!