

Балаларыбыҙ ауырымаһа ине...
Балалар һәм үҫмерҙәрҙең яман шеш сиренә юлығыуы - Рәсәй медицинаһында ҙур проблемаларҙың береһе. Статистиканан күренеүенсә, балалар һәм үҫмерҙәр араһында был хәүефле сир арта ғына бара, тимәк, йәмғиәттең, етәкселәрҙең һәм белгестәрҙең был мәсьәләгә тағы ла етдиерәк иғтибары талап ителә. Заман талаптарына ярашлы диагностика, юғары технологиялар һәм ваҡытында дауалай башлауҙың мөһимлеге бәхәсһеҙ. Былтыр Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында асылған Онкология һәм гематология үҙәге алдында торған онкология, гематология һәм иммунология сирҙәренә дусар балаларға махсус юғары технологиялар ярҙамы күрһәтеү, был йүнәлештәге медицина ярҙамы сифатын һәм кимәлен яҡшыртыу бурысы ла арта бара.
Үҙәк төҙөү тураһындағы ҡарарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселәре менән бергә кәңәшләшеп ҡабул итте. Учреждениеның бик ҡыҫҡа осорҙа, ике йылдан аҙ ғына күберәк ваҡытта ҡалҡып сығыуы үҙе мөғжизә. Бер яҡтан, “Балалар һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү” милли проекты ярҙам итһә (федераль үҙәк төҙөлөшкә дүрт миллиард һумдың 1,5 миллиард һумын ҡапланы), икенсе яҡтан, сирлеләрҙе дауалауға мохтажлыҡ (ауырыуҙарҙың барыһы ла махсус ярҙамды өйҙә алыу мөмкинлегенә эйә булманы) эште тиҙләтеүгә этәрҙе. 2023 йылда Мәскәү һәм Санкт-Петербург федераль үҙәктәрендә Башҡортостан балаларын 320 тапҡыр ҡабул иттеләр. Хәҙер кескәй пациенттарға махсус дауаны өйгә яҡын үҙәктә, Башҡортостанда алырға мөмкин.
Проекттың ҡатмарлығы уның ғәҙәттәге өлгө буйынса төҙөлмәүендә. ”Үҙәк инновациялы, заманса булһын өсөн алға ҡарап эш итеү мөһим ине. Федераль үҙәктәге хеҙмәттәштәребеҙ был ҡарашты хупланы. Дима Рогачев исемендәге балалар гематологияһы, онкологияһы һәм иммунологияһы Милли медицина тикшеренеү үҙәге президенты, академик Александр Румянцев үҙәкте асыуҙа ҡатнашып, уның илдә иң яҡшы төбәк онкология үҙәге булыуын билдәләне”, – тине һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.
Төҙөгәс, һәйбәт итеп, байтаҡ йылдарға уңышлы хеҙмәт итерлек итеп төҙөргә кәрәк, тигән ниәттән сығып планлаштырылды. Ете ҡаттан торған, 18 мең квадрат метр майҙан тәшкил иткән үҙәк 92 пациентҡа һәм яҡындарына иҫәпләнгән. Бында иммунология һәм молекуляр биология лабораториялары, төрлө йүнәлештәге бүлексәләр, көндөҙгө стационарҙан тыш, ҙур операция бүлмәһе юғары технологиялы хирургия әмәлиәттәрен башҡарырға, шул иҫәптән нейроонкологик пациенттарҙы ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Белгестәр Мәскәү һәм Санкт-Петербургтың махсуслаштырылған үҙәктәрендә уҡыу курстарын, ҡайһы берәүҙәре Швейцарияла, Англияла стажировка үтте. Элек ҡулланылмаған диагностика һәм дауалау технологияларының ғәмәлгә индерелеүе, яңы терапия ысулдары хәүефле сирҙәргә ҡаршы һөҙөмтәле көрәшергә ярҙам итәсәк. Үҙәктә булдырылған уңайлы шарттар ҙа ауыр сирҙәр менән көрәшергә ярҙам итә. Айырым палаталар, балаларға ярҙам итеүсе өлкәндәр өсөн карауаттар урынлаштырылыуы, уйын бүлмәләре, уҡыу кластары – барыһы ла ғәҙәти тормош шарттарына яҡынлаштырылған. Үҙәктең өҫтөнлөктәрен кескәй пациенттар ғына түгел, уларҙың яҡындары, ата-әсәләр ҙә баһаларға өлгөрҙө. Айырыуса хис-тойғоға бай, хәстәрлекле әсәләр ғәжәпләнеүҙәрен йәшермәй, ”беҙҙә, Башҡортостанда, шундай яҡшы шарттар булыуына ышанып та етә алмайбыҙ”, ти улар.
Үҙәктең төп бурыстарының береһе тормошҡа ашырылды – балалар юғары технологиялы медицина ярҙамы ала. Алдағы мөһим этап – үҙәктәге заманса ҡорамалдарҙың бөтә мөмкинлектәрен һәм табиптарҙың белемен тулыһынса файҙаланыу. Статистиканан күренеүенсә, республикала йыл һайын балаларҙа 120-гә яҡын онкология сире теркәлә. Үҙәктең ҡеүәте бынан тыш, күрше төбәк пациенттарына ярҙам итергә лә мөмкинлек бирә.
Республика баш ҡалаһында мөһим һәм көтөп алынған медицина учреждениеһының эш башлауын Рәсәй Президенты Владимир Путин да юғары баһаланы һәм “балалар сәләмәтлегенә ҡағылған бөтә нәмә – изге бурыс”, тип тағы бер ҡат иҫкә төшөрҙө.
Былтыр июль аҙағында яңы үҙәктә Башҡортостан тарихында тәү тапҡыр етди ҡан сирҙәрендә ҡулланылыусы ҡатмарлы операция – елек майын күсереп ултыртыу әмәлиәте үткәрелде. Табиптар коллективының был аҙымға оҙаҡ әҙерләнеүе, Дима Рогачев исемендәге үҙәк белгестәренең баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтеүе яҡшы билдәле. Һөҙөмтәлә ун йәшлек ҡыҙға үткәрелгән үтә яуаплы тәүге операция уңышлы үтте. Ә бындай бәхетле, тулҡынландырғыс мәлдәр, еңеүҙәр үҙәк яҙмышында аҙ булмаҫ, ауыр сирҙәр менән көрәштә тәьҫирле яңы ысулдар, технологиялар артабан да камиллашыр тип өмөтләнәбеҙ.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:
“Бик үкенесле, беҙҙең балаларыбыҙ ауырый, айырыуса сирҙәрҙең ауыр булыуы. Һәм беҙҙең бурыс – улар өсөн иң яҡшы шарттар тыуҙырыу. Элек бындай пациенттарға операция яһатыу өсөн башҡа төбәктәргә китергә тура килә ине. Хәҙер Өфөлә асылған Үҙәк һөҙөмтәһендә сифатлы дауаны өйҙә алырға мөмкин”.
Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры:
“Балаларыбыҙҙың сәләмәтлеге – был иң ҙур ҡиммәт. Беҙ хатта иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ла өйҙән алыҫ китмәйенсә сирҙе диагностикалау һәм баланы һауыҡтырыу мөмкин булһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Быға Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге ярҙамға килә. Һәм Мәскәү, Санкт-Петербургтың төп клиникаларында стажировка үткән иң яҡшы белгестәр. Үҙәк алдынғы ҡорамалдар менән йыһазландырылған, бында өр-яңы дауалау ысулдары файҙаланыла: таргет терапияһы, иммунотерапия, юғары дозалы химия терапияһы, аҙ тишемле хирургия. Республикала беренсе тапҡыр елек майын аутотрансплантациялау үткәрелде – был алға табан иҫ киткес ҙур аҙым!”
Д. Ғәбдрәхимова.
Фото: Республика балалар клиник дауаханаһы сайты.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!