Сәләмәт булайыҡ
17 Декабрь 2025, 06:00

Аяҡтың башбармағы янында сорсайып торған һөйәктән ҡотолоу юлы бар

Операция өҫтәленә ятырҙан алда халыҡ дауаһы алымдарын ҡулланып ҡарарға мөмкин... 

Аяҡтың башбармағы янында сорсайып торған һөйәктән ҡотолоу юлы барАяҡтың башбармағы янында сорсайып торған һөйәктән ҡотолоу юлы бар
Аяҡтың башбармағы янында сорсайып торған һөйәктән ҡотолоу юлы бар

Бөгөн аяҡтың башбармағы янындағы һөйәктең деформация күсереүенән күптәр ыҙалай. Сорсайып сығып торған һөйәк аяҡ кейемен уңайһыҙ итә, аяҡтар тиҙ тала, кеше арый... 

Ғәҙәттә, был осраҡта табиптар оператив дауалау алымы тәғәйенләй. Шулай ҙа операция өҫтәленә ятыр алдынан халыҡ дауалауы алымдарын ҡулланып ҡарау ҙа зыян итмәҫ. 

Бының өсөн дарыухананан «Хлорофиллипт» майлы иҙмәһен һатып алығыҙ. Шулай уҡ «Димексид», боҫлама (компресс) өсөн мамыҡ, 5 мл шприц, иҙмәне әҙерләү өсөн пластик стакан йәки башҡа төрлө һауыт кәрәк була. Шприцҡа 3 кубик «Хлорофиллипт» майлы иҙмәһе һурып алығыҙ. Уны пластик стаканға ҡойоғоҙ. Унан 1 кубик «Димексид» алып ҡушығыҙ. Икеһен бергә яҡшы итеп бутағыҙ. Ошо майлы иҙмәне мамыҡҡа манып, сорсайып торған һөйәккә һалығыҙ. Был дауалау алымын 15-шәр минут иртәле-кисле эшләгеҙ. 

Мәҡәлә мәғлүмәт биреү маҡсатында яҙылды. Халыҡ дауаһы алымдарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Дауалау препаратының берәйһенә аллергия булған осраҡта, рецепты ҡулланыу тыйыла! 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас