

Дөрөҫ туҡланыуҙың һаулыҡ сығанағы икәнлеге хаҡында күптәр белеүен-белә, тик барыбер барыһы ла организм өсөн файҙалы аҙыҡ-түлекте инҡар итә. Һуңғы йылдарҙа, медицина, төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеү, уларҙы алдан асыҡлау һәм дауалау йәһәтенән алға китеш күҙәтелһә лә, дөрөҫ туҡланыу көнүҙәк проблема булып ҡала. Күптәрҙең тиҙ әҙерләнгән, модификацияланған, һаулыҡ өсөн зыянлы аҙыҡ-түлекте ашауын дауам итеүе хатта тотош йәмғиәтте борсой, тип әйтергә мөмкин. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн трансмайҙарҙы, ярымфабрикаттарҙы һәм башҡа эшкәртелгән аҙыҡты кәметеп, дөрөҫ туҡланыу мөһим. Өҫтәүенә, төрлө сирҙәрҙе булдырмау өсөн диспансерлаштырыу, табиптарға даими күренеү зарур.
Дөрөҫ туҡланыуҙың метоболизмды булдырмауы тураһында ла оноторға ярамай. Бынан тыш, ваҡытында туҡланыу, фастфуд, снек, эшкәртелгән ит, шәкәрле эсемлектәрҙән йыраҡ булыу – ныҡлы сәләмәтлек нигеҙе ул. Өҫтәүенә, Рәсәйҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙыҡ-түлек әҙерләгәндә артыҡ тоҙ ҡулланыу күҙәтелә. Бигерәк тә ҡыш көндәрендә уны күптәр ашай, ә уның нормаһы тәүлегенә 5 грамм тәшкил итә.
Аҙыҡ-түлекте дөрөҫ әҙерләү һәм файҙалы туҡланыу етеп килгән Яңы йыл байрамын да матур һәм күңелле үткәрергә булышлыҡ итер. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш белгесе-гастроэнтерологы, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының гастроэнтерология бүлексәһе мөдире Эльза Ғайсина ла дөрөҫ туҡланыуҙың һаулыҡ өсөн мөһим икәнлеге тураһында белдерә.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.