Сәләмәт булайыҡ
26 Декабрь 2025, 12:30

Мәскәүҙә юғары бүләккә лайыҡ булғандар

Был саралар республикалағы шифаханаларҙа үткәрелә.

Мәскәүҙә юғары бүләккә лайыҡ булғандарМәскәүҙә юғары бүләккә лайыҡ булғандар
Мәскәүҙә юғары бүләккә лайыҡ булғандар

Башҡортостандан Рима Шәйҙуллинаның “Өлкән быуын декадаһы” исемендәге авторлыҡ программаһы “Коммерцияға ҡарамаған йәмғиәттәрҙең сәләмәт тормош алып барыу буйынса иң яҡшы тәжрибәләре” номинацияһында юғары наградаға лайыҡ булған. Премияны тапшырыу тантанаһы Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһында үткәрелгән.

Проект өлкән йәштәге граждандарҙың физик хәлен нығытыу юлы һөҙөмтәһендә йәшәү сифатын яҡшыртыуға һәм социаль әүҙемлек осорон оҙайтыуға йүнәлтелгән. 2022 йылдан һауыҡтырыу сифатында тормошҡа ашырылған был сара быйылдан “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” төбәк программаһына индерелде. Был саралар республикалағы шифаханаларҙа үткәрелә.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас