

Ҡыҙҙырылған һарымһаҡты өс көнгә бер тапҡыр ашарға кәрәк. Ул — бик көслө тәбиғи антибиотик.
Ашағандан һуң бер тәүлек үткәс тә уның организмға тәьҫире һаҡлана. Әлеге йәшелсә организмдағы паразиттарҙы үлтерә, токсиндарҙан ҡотолорға булыша. Бының өсөн: уны табала ҡыҙҙырып йә бешереп ашарға кәрәк. Шулай әҙерләгәндә еҫе лә булмай, файҙалы үҙенсәлектәре лә һаҡлана, тулыһынса үҙләштерелә лә.
Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ ҡандағы холестеринды кәметә, ашҡаҙан-эсәк трактын, артерияларҙы таҙарта, ҡан баҫымын көйләй. Ашҡаҙаны ауыртҡан кешеләргә лә зыяны юҡ. Ябығырға теләүселәргә лә уны ашарға кәңәш ителә, сөнки ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта.
Һарымһаҡты ашағандан һуң күп итеп шыйыҡса эсегеҙ.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...