Сәләмәт булайыҡ
11 Ғинуар , 11:15

Быуын һыҙлағандан ярҙам итә

Лавр япрағын бик шәп аш тәмләткес булараҡ беләбеҙ. Ә бына унан быуын һыҙлағанда килешә торған төнәтмә һәм май яһарға ла була икән.

Быуын һыҙлағандан ярҙам итәБыуын һыҙлағандан ярҙам итә
Быуын һыҙлағандан ярҙам итә

Лавр япрағын бик шәп аш тәмләткес булараҡ беләбеҙ. Ә бына унан быуын һыҙлағанда килешә торған төнәтмә һәм май яһарға ла була икән.

Төнәтмә эшләр өсөн 25-30 лавр япрағын ике стакан һыуға һалып 10 минуттан ашыу ҡайнатабыҙ. Ҡайнаған ваҡытта эфир майҙары осоп сыҡһын өсөн ҡапҡасын асып торабыҙ. Шулай итеп, әҙер төнәтмәне ауыртҡан ерҙәргә ыуабыҙ. Уны һыуыҡ урында 7-10 көн һаҡларға була.

Быуын һыҙлауынан бик файҙалы май эшләү өсөн 1:2 нисбәтендә вазелин һәм ваҡланған лавр япрағы кәрәк буласаҡ. Уларҙы бергә ҡушып 30 минут һыу боҫонда ҡайнатабыҙ. Килеп сыҡҡан массаны һыҙлаған урындарға һөртәбеҙ.

Г. Мозафарова фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас