Сәләмәт булайыҡ
11 Ғинуар , 17:45

Көртмәлене сәй итеп эсергә, ә кишерҙе май йә ҡаймаҡ менән ашарға кәрәк

Күҙҙең күреү һәләтен яҡшыртыуға төнәтмә һәм сәй ҙә булышлыҡ итә. Ошо йәһәттән рецепт.

Көртмәлене сәй итеп эсергә, ә кишерҙе май йә ҡаймаҡ менән ашарға кәрәкКөртмәлене сәй итеп эсергә, ә кишерҙе май йә ҡаймаҡ менән ашарға кәрәк
Көртмәлене сәй итеп эсергә, ә кишерҙе май йә ҡаймаҡ менән ашарға кәрәк

Емештәре күкһел-ҡара был емештең тәме бик үҙенсәлекле. Унан хужабикәләр, ғәҙәттә,  ҡайнатма, ҡаҡ йәки кеҫәл әҙерләй, бәлеш бешерә. Көртмәлене ҡышҡылыҡҡа туңдырыусылар ҙа күп.

Белеүебеҙсә, был емеш артыҡ татлы түгел, сөскөл тәмле. Унда марганец, кальций, флавоноидтар,  А, С һәм В витаминдары күп.

Элек-электән көртмәлегә күҙҙе нығытыусы, күреү һәләтен яҡшыртыусы емеш тип ҡарағандар. Был йәһәттән ҡара көртмәле бигерәк тә файҙалы. Ул күреү һәләтен яҡшыртыусы биологик актив матдәләргә бай.

Белгестәр билдәләүенсә, лаборатория тәжрибәләре көртмәле ашауҙың ҡайһы бер күҙ ауырыуҙарын иҫкәртеүе йә иһә дауалауҙа яҡшы һөҙөмтә биреүен күрһәткән. Офтальмологияла, ҡағиҙә булараҡ, көртмәле экстракты ҡулланыла.

Күҙҙең күреү һәләтен ҡара көртмәленән әҙерләнгән төнәтмә һәм сәй ҙә яҡшырта. Мәҫәлән, 15 грамм бешкән емешкә 200 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоп, көнөнә өс-дүрт тапҡыр 1/4 – 1/2 стакан эсергә.

Ғөмүмән, күреү һәләтен һаҡлауҙа йәшелсә, еләк-емеш, шулай уҡ кәрәкле витаминдар һәм туҡлыҡлы матдәләр менән байытыусы шифалы үләндәр ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, ҡыҙғылт-һары, һары һәм йәшел төҫтәге йәшелсәлә, еләк-емештә - кишерҙә, ҡыҙыл бороста, помидорҙа, йәшел һуған менән шпинатта, ҡуҙғалаҡта, абрикоста, миләштә булған А витаминын ашау кәрәклеге хаҡында онотмайыҡ.

Дөрөҫ, кишерҙә бета-каротин күп, әммә уны күҙгә файҙаһы булған А витаминына әйләндереү өсөн мотлаҡ ҡаймаҡ йә май ҡушып ашарға кәрәк. Лютеиндың да ыңғай йоғонто яһағанлығын хәтерҙән сығармайыҡ. Ул күҙҙәр өсөн зарарлы ультрафиолет нурҙарҙы йота, күҙәнәктәрҙең бөтөнлөгөн һәм күреү һәләтен һаҡлай. Ул шулай уҡ ҡыҙғылт-һары төҫтәге йәшелсә, еләк-емештә, кишерҙә, ҡабаҡта, хөрмәлә һәм виноградта күп.

Күҙ алмаһына В2 витамины ла бик файҙалы. Организмға был витамин етмәгәндә күҙ ауырта башлай, яҡтылыҡтан ҡурҡа, күҙ ҡабағының лайлалы ҡатламы ялҡынһына. В2 витамины йәшел борсаҡта, помидорҙа, кәбеҫтәлә, алмала, ҡыҙыл көртмәлелә, шулай уҡ арахис һәм миндаль сәтләүектәрендә бар.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostanҡушылығыҙ!

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас