Сәләмәт булайыҡ
15 Ғинуар , 03:00

Был үлән төнәтмәһе күп сирҙәрҙән ярҙам итә

Бик ҡиммәтле дарыу үләне ул. Күптәр уны ҡулланмай, бәлки, белмәйҙер ҙә. Бик көслө һауыҡтырыу көсөнә эйә, икенсе төрлө әйтһәк,  иммунитетты нығыта... Бөрйән районында йәшәгән Зиләрә Мөлөкованан кәңәш

Был үлән төнәтмәһе күп сирҙәрҙән ярҙам итәБыл үлән төнәтмәһе күп сирҙәрҙән ярҙам итә
Был үлән төнәтмәһе күп сирҙәрҙән ярҙам итә

Үҙем белгән шифалы үләндәр тураһында күптән яҙғаным юҡ ине. Бөгөн ҡыр сәйе тураһында бәйән итергә булдым.

Үткән быуаттың 80-се йылдары. Беҙ Ҡорсысҡан тигән ерҙә бесән эшләйбеҙ. Туғайҙы йәмләп, алһыу ғына сәскәле, алыҫтан ҡарап торһаң, матур, тотоп өҙөп алайым тиһәң, тупаҫ, таяҡ кеүек олонло, япраҡтары бысҡы тештәре һымаҡ киртләсләнеп торған үлән сәскә күпләп үҫә. Беҙҙең менән күрше булып Хәҙисә (фамилияһы Кравцова ине) тигән инәй ҙә бесән эшләй. Улар ҡайҙандыр ҡырҙан күсеп килгәйне. Ошо үлән тамам үҙенә тартты бит. Әсәйем дә уның ниндәй үҫемлек икәнлеген белмәй. Хәҙисә инәй генә: "Иван да Марья тигән үлән ул”, – тине.

Уның нимәһе “Иван” да, нимәһе “Марья” икән тигән уй башты быраулай ҙа быраулай. Бер нәмәне белергә теләһәм, төбөнә төшмәйенсә ҡуймай торған кешемен. Беҙ өйгә һәр ваҡыт "Юный натуралист", "Здоровье" журналдарын яҙҙырып алдыра торғайныҡ. Әмәлгә ҡалғандай, шул "Юный натуралист" журналында Иван да Марья үләндәре тураһында яҙғандар ине. Бер һабаҡта бер нисә төҫлө сәскә була – шуларҙы “Иван да Марья” тиҙәр икән, әммә был исем әлеге үләнгә тап килмәй шул. Ошо уҡ журналда мин исемен таба алмай йөрөгән үлән тураһында ла яҙып сыҡтылар! Был үлән – буквица, башҡортса – ҡыр сәйе. Минән "Ҡыр сәйе ниндәй үлән ул?" тип һораусыларҙы ошо үлән менән яҡындан таныштырып китәйем. Әйткәнемсә, был үлән болон-туғайҙарҙа, тау итәктәрендә, диләнкәләрҙә күк мәтрүшкә, меңьяпраҡ, туҡранбаш, ҡыңғырау сәскәләре араһында үҫергә ярата. Бик ҡиммәтле дарыу үләне ул. Күптәр уны ҡулланмай, бәлки, белмәйҙер ҙә. Бик көслө һауыҡтырыу көсөнә эйә, икенсе төрлө әйтһәк, иң тәү сиратта  иммунитетты нығыта. Шуға күрә ҡыр сәйе тын юлдарына һыуыҡ тейгәндә, бронхит, ҡурылдай быумаһы (астма), туберкулез ауырыуҙарынан яфаланғанда яҡшы ярҙам итә. Бынан тыш, бауыр, үт ҡыуығы, бөйөр, бәүел ҡыуығы, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан да шифаһы ҙур. Нервылар системаһы ҡаҡшағанда ла ҙур ярҙамсы. Уның төнәтмәһен артрит, гайморит менән ауырығанда эсәләр. Гайморитты дауалағанда бер стакан ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы үләнде 2 сәғәт төнәтеп, танауға көнөнә 5- 6 тапҡыр тамыҙып торғанда, танауҙағы эренле һүл тиҙерәк ағып сыға. Шәхсән мин үҙем был үләнде көн дә тиерлек төрлө үләндәр менән бергә сәйнүктәге сәйгә семтеп кенә һалып, әҙ генә бешереп алам да эсәм. Тәмле лә, хуш еҫле лә, шифалы ла була эскән сәйҙәребеҙ. Борон-борондан ҡулланылып килгән, шифалы үлән ул – ҡыр сәйе.
PS. Йөклө ҡатындарға, гастрит (ашҡаҙанда әселек түбән булғанда), тромбтар, гипотония булғанда ҡулланырға ярамай.

 

Зиләрә МӨЛӨКОВА.

Автор фотоһы.

Бөрйән районы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас