Сәләмәт булайыҡ
15 Ғинуар , 14:30

Ҡолағың һыҙлаһа, ярангөл япрағы ярҙам итер

Был гөлдөң бер генә бөртөк япрағын алып, көпшә кеүек итеп төрөгөҙ һәм... 

Ҡолағың һыҙлаһа, ярангөл япрағы ярҙам итерҠолағың һыҙлаһа, ярангөл япрағы ярҙам итер
Ҡолағың һыҙлаһа, ярангөл япрағы ярҙам итер

Ҡолаҡ һыҙлау - күптәрҙә күҙәтелгән ауырыу. Ул, ғәҙәттә, һалҡын алдырыу эҙемтәһе булараҡ барлыҡҡа килә, ә  инде хроник төҫ алһа, миҙгелле киҫкен вируслы инфекциялар, киҙеү үткәргәндән һуң йонсота. Сирҙе дауалау өсөн дарыуханаларҙа төрлө препараттар етерлек, әммә гел генә дарыу, айырыуса антибиотик ҡулланыу ҙа һәйбәт түгел.

Халыҡ дауаһы алымдары кеше организмына зыяны аҙ булыуы менән отошло. Мәҫәлән, ҡолаҡ һыҙлаған осраҡта ябай ғына ярангөл (герань) япрағы бермә-бер килешә. Гөлдөң бер генә бөртөк япрағын алып, көпшә кеүек итеп төрөгөҙ ҙә, ҡолаҡ эсенә тығығыҙ. Үтә ныҡ төпкә ебәрмәгеҙ. Һыҙлау баҫылғас, япраҡты алып ташлағыҙ. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатларға мөмкин. 

Иғтибар: ярангөлгә аллергия булған осраҡта был халыҡ дауаһы менән ҡулланырға ярамай. Башҡа йәһәттән сикләүҙәр юҡ. 

Автор фотоһы. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас