Сәләмәт булайыҡ
22 Ғинуар , 05:00

Ғәҙелгәрәйҙәр сәләмәт тормош алып бара

Әйткәндәй, Ғәҙелгәрәй ауылының өс магазинында ла ете - һигеҙ йыллап спиртлы эсемлектәр, һыра һатылмай

Ғәҙелгәрәйҙәр сәләмәт тормош алып бараҒәҙелгәрәйҙәр сәләмәт тормош алып бара
Ғәҙелгәрәйҙәр сәләмәт тормош алып бара

Республикабыҙҙың байтаҡ ҡына ауылдары йыл һайын үткәрелеп килгән "Айыҡ ауыл" бәйгеһендә ҡатнаша.

Үткән йылдың сентябрь айында башланып киткән сираттағы бәйге тамамланыуға ла күп ваҡыт ҡалманы. Бөрйән районында уҙған этапта Ғәҙелгәрәй ауылы республика этабына ҡушылды.

 Ошо көнгә тиклем бик күп саралар уҙғарыла. Алда ла бик күп саралар, ярыштар үткәрергә ниәтләйҙәр. Нисек булһа ла был бәйгелә артта ҡалмаҫҡа, бирешмәҫкә, тип сәмләнгән ғәҙелгәрәйҙәр һәр сарала ихлас ҡатнаша.

Спорт майҙансығында "Күңелле старттар" ҡышҡы уйындарына Бөрйән районы хакимиәте депутаты Радик Галин һәм Ғәҙелгәрәй ауылы хәкимиәте депутаттары Рөстәм Йомағужин, Динар Байегетов, Юлдаш Йомағужин, Тәслимә Хәмиҙуллина командалар туплап, бәйге майҙанына сыҡты.

Дүрт команда, көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, күңелдәрен ярыш дәрте менән йылытып, төрлө - төрлө уйындарҙа ихлас ҡатнашты. Йүгерҙеләр, һикерҙеләр, ҡалтағай саңғыларҙа ла оҫта ғына шыуҙылар.

Мәҙәниәт йорто, йәштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре уйындарҙы ойоштороп торһа, көйәрмәндәр үҙҙәренең округтары өсөн "борсолоп", ихлас  дәртләндереп торҙо.

Бик күңелле үткән "Күңелле старттар"ҙа "Ҡарттар", "Юлдаш" командаһы - өсөнсө урын, "Йәшлек" - икенсе урын, ал бирмәҫ "Майған" командаһы беренсе урын алды.

Әйткәндәй, Ғәҙелгәрәй ауылының өс магазинында ла ете - һигеҙ йыллап спиртлы эсемлектәр, һыра һатылмай.

Ошоға тиклем эшләп киткән ауыл хәкимиәте башлыҡтарының, ауыл активының һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында ошондай уңышҡа өлгәшкәндәр.

- "Айыҡ ауыл" бәйгеһе тамамланыуға ваҡыт бар әле. Урал батыр эпосына нигеҙ һалған, атабыҙ Йәнбирҙе, әсәбеҙ Йәнбикәнән таралған шүлгәндәр бирешмәҫ, Аллаһ бойорһа!

Бөтә донъяға танылған мәмерйәбеҙ "Шүлгәнташ"тан, данлы күлдәребеҙҙән, бейек тауҙарыбыҙҙан, мәғрур ҡаяларыбыҙҙан, сылтыр шишмәләребеҙҙән, ҡуйы урмандарыбыҙҙан көс алып, алға, еңеүҙәргә ынтылырҙар, - ти ауыл хакимиәте башлығы Азамат Алтыншин. 

Фото: сараны ойоштороусыларҙан. 

Ғәҙелгәрәйҙәр сәләмәт тормош алып бара
Ғәҙелгәрәйҙәр сәләмәт тормош алып бара
Ғәҙелгәрәйҙәр сәләмәт тормош алып бара
Ғәҙелгәрәйҙәр сәләмәт тормош алып бара
Ғәҙелгәрәйҙәр сәләмәт тормош алып бара
Ғәҙелгәрәйҙәр сәләмәт тормош алып бара
Ғәҙелгәрәйҙәр сәләмәт тормош алып бара
Ғәҙелгәрәйҙәр сәләмәт тормош алып бара
Ғәҙелгәрәйҙәр сәләмәт тормош алып бара
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас