

Һеҙгә дөрөҫ итеп морс яһау ысулын тәҡдим итәбеҙ.
Шулай итеп, кәрәк була:
һыу – 2,5 л
шәкәр – 100 г (шәкәр урынына бал ҡулланырға була)
емеш-еләк – яҡынса 2 стакан.
Пропорцияларҙы үҙ теләгегеҙгә ҡарап үҙгәртә алаһығыҙ.
Әҙерләү:
1. Кастрүлдә һыу менән шәкәрҙе ҡайнатабыҙ, һуңынан яҡынса 10-15 минут һыуытырға ҡалдырабыҙ.
2. Емеш-еләкте иләккә һалабыҙ, шунан иләкте кәстрүлгә төшөрөп, емеш-еләкте ҡайнар һыуҙа тотабыҙ.
3. 10 минуттан һуң, еләктәрҙе ҡалаҡ менән иҙәбеҙ. Еләктәрҙең барлыҡ һуты һыуға сығып бөтөргә, иләктә бары тик ҡабыҡтары ғына ҡалырға тейеш.
Шулай итеп, бар витаминдары һаҡланған, тәмле, файҙалы һәм хуш еҫле морс әҙер.
Әгәр шәкәр урынына бал һалырға теләһәгеҙ, быны морс әҙерәк һыуынғас эшләгеҙ.
Ҡышҡы һалҡыдарҙа, айырыуса киҙеүҙәр ваҡытында был эсемлекте мотлаҡ яһап эсегеҙ!
Сәләмәт булығыҙ!