

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 26 ғинуарҙан 1 февралгә тиклем Йоғошло булмаған сирҙәрҙе иҫкәртеү аҙнаһы иғлан итте. Был сирҙәр төркөмөнә ҡан әйләнеше, яман шеш, тын алыу, шәкәр диабеты системаһы сирҙәре инә. Йоғошло булмаған хроник сирҙәрҙең күпселеге тәмәке тартыу, дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү, алкоголь ҡулланыу, ҡан баҫымы, ҡанда холестерин кимәле юғарылығы, һимереү менән туранан-тура бәйле.
Артериаль ҡан баҫымын, ҡанда шәкәр кимәлен һәм липид спектрын даими контролләү бик мөһим. Скрининг программалары сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға һәм дауалау һөҙөмтәһен яҡшыртырға ярҙам итә. Барыһынан да элек һәр кемдең үҙ сәләмәтлегенә аңлы мөнәсәбәте һәм етди иғтибары кәрәк.
Сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоғоҙ:һәр кем сәләмәтлекте билдәләүсе күрһәткестәрҙе – холестерин кимәлен, ҡан баҫымын, ҡандағы глюкозаны, тән массаһы индексын, бил әйләнәһе оҙонлоғон – яҡшы белһен. Диспансерлаштырыуҙы һәм медицина тикшеренеүҙәрен даими үтергә, дөрөҫ туҡланырға кәрәк. Тоҙ ҡулланыуҙы кәметегеҙ, күберәк йәшелсә, емеш-еләккә (көнөнә 400-500 грамм) өҫтөнлөк бирегеҙ. Сәтләүектәр, ҡуҙаҡлылар ҙа сәләмәтлек өсөн файҙалы. Туйындырылған майҙарҙы ҡулланыуҙы кәметегеҙ, рационда үҫемлек майы етерлек кимәлдә булһын. Табиптар аҙнаһына кәм тигәндә ике тапҡыр балыҡ ашарға тәҡдим итә. Шәкәр өҫтәлгән аҙыҡтарҙы, газлы эсемлектәрҙе, тәмле-татлы ризыҡтарҙы ҡулланыуҙы кәметегеҙ. Хәрәкәтләнеү, көсөргәнешле булмаған спорт менән шөғөлләнеү бары файҙаға ғына. Хәүеф тыуҙырыусы насар ғәҙәттәр хаҡында белеү һәм уларҙан арыныу һеҙҙе ауыр сирҙәргә юлығыуҙан һаҡлар.
“Бер нимә ашамаһам да һимерәм”, тигәнде йыш ишеткәнегеҙ барҙыр. Эксперттар ниндәй ҡарашта? Диетолог, Республика йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәгенең бүлек мөдире Зилә Исмәғилева әйтеүенсә, ғәҙәти туҡланыуҙа ла йәшертен калорияға, шәкәргә һәм майҙарға бай аҙыҡтар булыуы ихтимал. “Ни өсөн артыҡ күп ашамағанда ла тән ауырлығы арта? Иң йыш күҙәтелгән сәбәбе – хәйләле “ҡапҡан”ға эләктереүсе аҙыҡтар. Уларҙың бик еңел үҙләштерелеүе, файҙалы булыуы ихтимал, тик был аҙыҡтарҙа йәшертен калориялар, шәкәр йәки майҙар күп. Даими рәүештә был аҙыҡтар менән туҡланыу май рәүешендә тупланыусы энергия күләмен арттыра”, – тигән аңлатма бирә табип.
Эксперттың билдәләүенсә, “йәшертен” калориялар тап ошо аҙыҡтарҙа күп тупланған:
1.Соус һәм заправкалар. Әҙер аҙыҡтарҙың күбеһендә матдәләр алмашыныуына һәм ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһаусы шәкәр, тоҙ, яһалма өҫтәмәләр саманан аша.
2.Кипкән емештәр. Һис шикһеҙ, организм өсөн файҙалы аҙыҡтар, әммә уларҙы ялтырап торһон өсөн глюкозалы сироп менән эшкәртәләр һәм калориялығын ныҡ арттыралар. Иң яҡшыһы, әлбиттә, киптерелмәгән емеш-еләк.
3.Сәтләүектәр. Улар – юғары калориялы, ҡиммәтле аҡһым һәм майҙар сығанағы. Порция 15-20 грамдан да артмаҫҡа тейеш.
Тән ауырлығын контролләү күпме аҙыҡ ҡулланыуҙы ғына күрһәтмәй, ә уның сифатын да, калория тығыҙлығын да билдәләй”, – ти табип. Зилә Исмәғилева эшкәртелмәгән аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирергә һәм файҙалы аҙыҡтар менән тамаҡ ялғағанда ла сама белергә кәңәш итә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.