Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Фәниә апай Зиннәтова Асҡар үҙәк район дауаханаһының неврология бүлегенә ике һыуытҡыс бүләк иткән.
87 йәшен тултырған Фәниә Мөхәмәт ҡыҙы ауырып китеп, тәүге тапҡыр дауаханаға эләгә һәм неврология бүлексәһендә дауаланырға тура килә уға.
— Изге күңелле, хәстәрлекле аҡ халатлыларҙың тырышлығы, үҙ эштәрен белеп башҡарыуҙары арҡаһында тиҙ арала йүнәлдем. Улар дарыу-уколдар менән генә түгел йылы һүҙҙәре менән дә дауалай сирлеләрҙе, — тип һөйләй Фәниә Мөхәмәт ҡыҙы.
Үҙен тиҙ арала аяҡҡа баҫтырған табиптарға, шәфҡәт туташтарына рәхмәт йөҙөнән Фәниә Зиннәтова ғаиләһе исеменән бүлексәгә һыуытҡыс бүләк итергә була.
— Бүлексәләге һыуытҡыс эшләмәү сәбәпле, өйҙән килтерелгән ризыҡты һаҡларға урын булманы. Шулай уҡ медицина препараттары өсөн дә заманса һыуытҡыс кәрәк. Ирем менән кәңәшләштек тә һыуытҡыс бүләк итергә булдыҡ, — тип дауам итте Фәниә Мөхәмәт ҡыҙы.
Афарин, Фәниә инәй!
Фото һәм сығанаҡ: "Осҡон" гәзитенән.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan