Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
4 Февраль , 23:00

Дегәнәк тамыры ярҙам итте – дауаханаға башҡа эләкмәнем

 “Был рецепт беҙҙең ғаиләлә быуындан-быуынға күсеп килә. Уны Мәскәү өлкәһендә дауаланған олатайым 1986 йылдың яҙында төпкөл ауылдан килгән бабайҙан ишеткән. һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ", ти апай.

Дегәнәк тамыры ярҙам итте – дауаханаға башҡа эләкмәнем
Дегәнәк тамыры ярҙам итте – дауаханаға башҡа эләкмәнем

 “Был рецепт беҙҙең ғаиләлә быуындан-быуынға күсеп килә. Уны Мәскәү өлкәһендә дауаланған олатайым 1986 йылдың яҙында төпкөл ауылдан килгән бабайҙан ишеткән. “Миңә дауахананан сығырға тура килде, әммә радикулит сигенмәне. Шул саҡта ул миңә бер тапҡыр үҙенә ярҙам иткән рецепт һөйләне”, тигәйне олатай. Шул рецептты һеҙгә лә тәҡдим итәм”, тине таныш апай.

Шулай итеп, дегәнәктең икенсе йәки өсөнсө япраҡ сығарғанын көтөргә һәм тамырын ҡаҙып алырға. Бармаҡтан ҡалын булмаған 10-15 тамыр етәсәк. Ентекләп йыуырға, таҙартырға һәм ит ҡырҡҡыс аша үткәрергә. Өс ҡатланған марля аша һутты һөҙөп алаһың, ул ҡараңғы төҫкә инәсәк, был ғәҙәти хәл. Бер стакан дегәнәк тамыры һутын шул уҡ күләмдәге 96 процентлы эсемлек спирты менән бутағыҙ. Ҡараңғы шешәгә һалып, яҡшы итеп болғатығыҙ.

Иртән һәм кис әҙер сара менән арҡаны һөртөргә кәрәк. Тәүге процедураларҙан һуң уҡ еңеллек тойоласаҡ. “Олатайым әйтеүенсә, шул ваҡыттан алып 23 йыл үтә, һәм радикулит ҡабат әйләнеп ҡайтмай. Әле рецептты биргән ҡарт та, олатай ҙа юҡ инде, әммә был кәңәш өсөн бөгөнгө көнгә тиклем уларға рәхмәт белдерәм”, ти апай. Һеҙҙә эшләп ҡарағыҙ.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас