

6 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат, Балтас, Ҡариҙел һәм Хәйбулла райондарында дүрт яңы модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы эшенә старт бирҙе. Объекттар “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә Малаяҙ, Иҫке Балтас, Ҡариҙел һәм Аҡъяр ауылдарында төҙөлдө. Уларҙы асыу тантанаһында видеоэлемтә аша Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгения Котова ҡатнашты.
450 квадрат метр самаһы майҙанлыҡ биналарҙа акушерлыҡ-гинекология участкалары, көндөҙгө стационар, ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға психологик һәм медицина-социаль ярҙам кабинеттары, иркен регистратура һәм балалар өсөн уйын зонаһы урынлаштырылған. Модулле медицина учреждениелары яңы диагностика һәм заманса эксперт класы ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
Төбәк етәксеһе Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығына республиканың мөһим башланғыстарына булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт әйтте һәм табиптар берләшмәһен, муниципалитетта йәшәүселәрҙе яңы объекттар асылыуы менән ҡотланы.
– Бөгөн беҙ республиканың ауыл райондарында дүрт модулле консультация асабыҙ. Пациенттарға бында уңайлы булыр, тип ышанам, – тине Радий Хәбиров. – Социаль инфраструктураны ышаныслы үҫтерергә мөмкинлек биргән федераль проекттарға рәхмәт.
Евгения Котова республиканың идара итеү командаһының әсә һәм бала һаулығын һаҡлау мәсьәләләренә етди иғтибар биреүен билдәләне.
– Республика халҡын ошо матур һәм изге ваҡиға менән ҡотлайым. Был Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған милли проекттар сиктәрендә халыҡ өсөн яһалған реаль аҙым, – тип билдәләне илдең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары. – Яңы уңайлы объекттар ауыл халҡының репродуктив һаулығын һаҡлауға булышлыҡ итәсәк. Башҡортостан “Ғаилә” милли проектының сараларын ышаныслы һәм тиҙ темптар менән тормошҡа ашыра. Мөмкин тиклем күберәк ҡатын-ҡыҙҙың йөклөлөк буйынса иҫәпкә тороуын һәм сәләмәт балалар тыуҙырыуын, республика халҡының күбәйеүен теләйем.
Үҙәк район дауаханаларының баш табиптары Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм республика етәкселегенә ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына медицина ярҙамының сифатын арттырғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе Салауат районының Малаяҙ ауылында модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын ҡараны, регистратура эше менән танышты, медицина-социаль ярҙам кабинетында булды, табиптар менән аралашты. Радий Хәбиров учреждениела пациенттарҙы нисек ҡабул итеүҙәре һәм оҙатыуҙары менән ҡыҙыҡһынды.
– Бөгөн Малаяҙҙа беренсе модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын астыҡ. Ошондай уҡ объекттар Хәйбулла, Балтас һәм Ҡариҙел райондарында видеоэлемтә аша эшләй башланы. Әсәйҙәргә унда бик уңайлы буласаҡ. Диагностика ла, дауалау ҙа, көндөҙгө стационар ҙа бар, – тип билдәләне башҡортостан Башлығы журналистар менән әңгәмәлә. – Ғөмүмән, беҙҙә тағы ла ете ошондай объект төҙөү планлаштырыла. Ә 11 муниципалитетта ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын беҙ унда элек булған акушер-гинеколог кабинеттары базаһында булдырҙыҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.