Соданы көнкүрештә һөҙөмтәле файҙаланыу
*Ҡулдағы балыҡ һәм һарымһаҡ еҫен сода менән йыуып тиҙ генә бөтөрөп була.
*Йыуыныу бүлмәһендәге плиткаларҙы содалы һыу менән йыуғанда, ялтырап китә.
*Соданы төнгөлөккә аяҡ кейеменә һибеп йәки йоҡа ғына ойоҡҡа һалып эсендә ҡалдырғанда, насар еҫе бөтә.
*Соданы балаҫҡа һибеп, бер сәғәттән һуң саңһурҙырғыс менән һурҙырғанда, ул сафланып китер.
*Бал менән соданы бергә ҡушып болғатып, тәнгә скраб эшләргә мөмкин – ыңғай һөҙөмтәһе була.
*Еләк-емеште йыуғанда һыуға сода һалып ебәрегеҙ – тышындағы майлы ҡатнашмаһы тиҙерәк йыуылып төшөр.
*Торбаларҙы сода+аш һеркәһе ярҙамында таҙартырға мөмкин.
*Һауыт-һабаны ялтыратырға кәрәккәндә лә, уны ҡулланырға мөмкин.
*Һыуытҡыстан насар еҫ сыҡһа, асыҡ һауытҡа сода һалып ултыртығыҙ – еҫтән бер ни ҡалмаҫ.
*Сода ярҙамында теште ағартырға мөмкин. Тик йыш ҡабатламаҫҡа – эмален ашай.
Фото: яһалма зиһен ярҙамында яһалды.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!