Сәләмәт булайыҡ
7 Февраль , 05:25

Был эсемлек артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға теләгәндәргә тәҡдим ителә

Артыҡ килограмдар китә, авитаминоз әҙәйә, иммунитет яҡшыра һәм көнө буйы үҙеңде бик яҡшы тояһың!

Был эсемлек артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға теләгәндәргә тәҡдим ителәБыл эсемлек артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға теләгәндәргә тәҡдим ителә
Был эсемлек артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға теләгәндәргә тәҡдим ителә

Ҡыш дауамында күптәргә тән ауырлығының артыуы хас. Үлсәүҙәге артыҡ ике-өс килограмм да эсте бошора. Унан бигерәк, артыҡ тән ауырлығы организмға ла насар тәьҫир итә. Һеҙҙең иғтибарға әллә ни мәшәҡәтле булмаған рецепт тәҡдим итәбеҙ. Әгәр берәй компонентына, мәҫәлән, балға аллергия булмаһа, файҙаһы көслө. Мотлаҡ, ярҙам итер.

Төнәтмә өсөн түбәндәгеләр кәрәк:

- 1.5 ҡайнар һыу

- ике аш ҡалағы эре итеп туралған имбир тамыры

- бер балғалаҡ йәшел сәй

- ике аш ҡалағы лимон һуты 

- бер балғалаҡ бал

Әгәр булһа, бөтнөк (мята) япрағы ла ҡушырға була.

1. Имбирҙе эре итеп турарға

2. Бөтәһен дә термосҡа һалаһың да ҡайнар һыу ҡойорға. 30 минутҡа ҡуйып торорға һәм эсә башларға ла була.
Көн дауамында литр ярым эсергә тәҡдим ителә, иртәнге кофе урынына ла эсергә була. Йоҡлар алдынан эсмәҫкә кәңәш ителә, сөнки йоҡо осоуы мөмкин һәм бәүел ҡыуыуҙы тиҙләтә. 

Артыҡ килограмдар китә, авитаминоз әҙәйә, иммунитет яҡшыра һәм көнө буйы үҙеңде бик яҡшы тояһың!

Фото нейроселтәр ярҙамында эшләнде. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас