Сәләмәт булайыҡ
7 Февраль , 19:50

Мин нисек аппетитты "ауыҙлыҡланым"?

Өсөнсө аҙна инде үҙемде яҡшы тоям: аслыҡ тойғоһо юҡҡа сыҡты, тәнем еңеләйгәнен һиҙәм... 

Мин нисек аппетитты "ауыҙлыҡланым"?Мин нисек аппетитты "ауыҙлыҡланым"?
Мин нисек аппетитты "ауыҙлыҡланым"?

Һәр ваҡыт артыҡ ауырлыҡ менән йонсоном, сөнки үҙемде гел асыҡҡан кеүек хис итә инем. Көнөнә ете тапҡыр ултырып ашаған саҡтарым бар ине.

Аптырағас, дарыуханаға барып, махсус дарыуҙар алырға булдым. Шунда фармацевт кукуруз сәсе (рыльца) ҡулланып ҡарарға тәҡдим итте. Өсөнсө аҙна инде үҙемде яҡшы тоям: аслыҡ тойғоһо юҡҡа сыҡты, тәнем еңеләйгәндәй.

Бер стакан ҡайнаған һыуға өс ҡалаҡ кипкән кукуруз төксәләрен һалып, 15 минут һыу парында (водяная баня) тоторға. Төнәтмәне һөҙөргә, күләме бер стаканға етерлек итеп һыу өҫтәргә. Уны ашарҙан 20 минут алда көнөнә 4-5 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.

Ғәлиә Вафина.

Иҫкәрмә: халыҡ дауалауы сараларын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!

Сығанаҡ: "Яуап бар... Файҙалы кәңәштәр" төркөмө (vk.com/hopay3ap). 

Ә. Минғәлиева фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас