Тырнаҡтағы бәшмәктән ошолай ҡотолорға була
Беҙгә кәрәк:
Бер стакан алма һеркәһе (яблочный уксус)
Биш ҡалаҡ аш содаһы
3 литр эҫе һыу
Әҙерләү һәм ҡулланыу
Тасҡа 50-60 градус самаһында эҫе һыуға бер стакан уксус ҡойорға.
Бер аҙ торғас, аяҡты һыуға тығып 15-20 минут ултырырға.
Шунан таҙа һыу менән сайҡатып аяҡты ҡороторға.
Бер сәғәттән һыуға биш ҡалаҡ сода ла өҫтәп, аяҡтарҙы яңынан тасҡа тығып ултырырға.
Бындай сараны көнөнә бер нисәне эшләргә лә була.
Уксус бәшмәк спораларын хәлһеҙләндерә һәм ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдарҙы үлтерә. Сода кислоталарҙы нейтралләштерә һәм кислота-һелтеле балансты тигеҙләй.
Был ваннаны сирҙе иҫкәртеү өсөн дә эшләргә мөмкин.