Сәләмәт булайыҡ
7 Февраль , 20:15

Уның ҡаны күптәрҙең ғүмерен ҡотҡарған

40 тапҡыр ҡан биргән Динар Солтанов Рәсәйҙең почетлы доноры исеменә лайыҡ булған. Уларҙың ҡайһы бер льготалары бар.

Уның ҡаны күптәрҙең ғүмерен ҡотҡарғанУның ҡаны күптәрҙең ғүмерен ҡотҡарған
Уның ҡаны күптәрҙең ғүмерен ҡотҡарған

Балтас районында тыуып үҫкән Динар Солтанов Рәсәйҙең Почетлы доноры исеменә лайыҡ булды. Тәүге тапҡыр уға 2006 йылда Өфөлә ҡан бирергә тура килә. Яҡын кешеһе ауырып китеп, ҡатмарлы операция яһатҡас, уға ашығыс ҡан талап ителә.  Динар ярҙамға килә һәм 450 миллилитр ҡан тапшыра.

Шунан бирле ул донорлыҡ менән шөғөлләнә. Барлығы 40 тапҡыр ҡан бирә һәм 2025 йылдың декабрендә Рәсәйҙең Почетлы доноры исеменә лайыҡ була. Динар Солтанов 18,5 литр ҡан биреп, күптәрҙең ғүмерен һаҡлауға  лайыҡлы өлөшөн индергән.

Донорҙың әйтеүенсә, был мөһим эш ҡанға мохтаждар өсөн генә түгел, ҡан биреүсенең сәләмәтлеге өсөн дә файҙалы. Табиптар Динарҙың ҡанында гемоглобиндың күплеген иҫәпкә алып, уға ҡан бирергә кәңәш иткән. Ул үҙен яҡшы тоя, был эш менән шөғөлләнеүенә үкенмәй. ”Мин үҙемдең кемгәлер ярҙам итә алыуыма мфрат шатмын”, – ти ул.

Рәсәйҙең почетлы донорҙары ҡайһы бер льготаларға эйә. Улар теләгән ваҡытта түләүле отпуск ала, йылына бер тапҡыр 18 мең һум күләмендә пособие түләнә. Шулай уҡ шифахана-курорттарҙа тәү сиратта дауаланыу һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы полисы буйынса сиратһыҙ хеҙмәтләндерелеү хоҡуғына эйә. Динар Солтанов өсөн донорлыҡ бурыс ҡына түгел, ә тормошоноң мөһим өлөшө. Ул һаман да йыл һайын кешеләргә ярҙам итеүен дауам итә.

Фото: “Балтач таңнары”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас