Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 9-15 февралдә йөрәк сирҙәре тураһында мәғлүмәтлелек аҙнаһы иғлан итте.
Йөрәк – организмдың иң мөһим ағзаһы. Йөрәк-ҡан системаһы торошона кешенең сәләмәтлеге һәм ғүмер оҙайлығы туранан-тура бәйле. Йөрәк-ҡан сирҙәре ваҡытынан алда эшкә һәләтлекте юғалтыуға, инвалидлыҡҡа һәм үлемгә сәбәпсе була. Иң яҡшы дауа – сирҙәрҙе ваҡытында иҫкәртеү, ти табиптар.
“Башҡортостанда диагноздарҙың дүрттән бер өлөшө йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына тура килә. Әммә күпселек осраҡта уларҙы булдырмаҫҡа йәки һуңғараҡ осорға ҡалдырырға мөмкин булыр ине, – ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш кардиологы, Рәсәй кардиология йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Рәсәй Һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты Ирина Николаева.
– Башҡортостанда ла Рәсәйҙәге кеүек йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының таралыуы 20 проценттан 30 процентҡа тиклем тирбәлә. Ауырыуҙар структураһында төп урынды артериаль гипертония (46%), цереброваскуляр сирҙәр (27%), йөрәк ишемияһы (14,7%) алып тора. Кардиологтар яңы асыҡланған сирҙәр иҫәбенә, айырыуса иртә осорҙа, сирлеләр өлөшөнөң артыуын һәр саҡ яҡшы күренеш тип иҫәпләй. Мәҫәлән, артериаль гипертонияны бик иртә мәлдә асыҡларға кәрәк. Әлегә ағзалар зарарланып өлгөрмәгән була, бары ҡан баҫымының күтәрелеүе генә (130-ҙан юғары) сир башланыуын иҫкәртә. Беҙ бындай осраҡта үҙ ваҡытында тейешле дауа билдәләйбеҙ, ҡан баҫымын нормаға килтерәбеҙ. Иртә дауалай башлағанда өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килмәй, ә һеҙ уларҙың организм өсөн нисек хәүефле булыуын беләһегеҙ – инфаркт, инсульт, йөрәк ритмы боҙолоуы...
Күп бәләләрҙең башында торған артериаль гипертония йыш осрай. Икенсе урында – йөрәк ишемияһы. Өсөнсө урында – кардиомиопатиялар, тыумыштан йәки барлыҡҡа килгән йөрәк кәмселектәре һәм башҡа йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре. Кем йышыраҡ ауырый, ҡатын-ҡыҙмы әллә ир-атмы, тип йыш һорайҙар. Барыһы ла кешенең нисә йәштә булыуына бәйле. Бәхеткә ҡаршы, ҡатын-ҡыҙҙы ғүмерҙәренең тәүге өлөшөндә гормондар һаҡлай, ә бына ир-аттың йөрәк сирҙәренән ҡурсаларлыҡ ундай гормондары юҡ. Шуға күрә уларҙа йөрәк – ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефе юғарыраҡ. Статистикаға күҙ һалһаң, йышыраҡ 60 йәшкә тиклем ир-аттың, ә 60 йәштән һуң күберәк ҡатын-ҡыҙҙың йөрәк сирҙәренә дусар булыуын күрәһең.
Халыҡ араһында ҡырҡ йәшкә еткән ирҙәрҙе “хәүефле осорға баҫты”, тип иҫәпләйҙәр. Был фекер менән ризалашып булмай, сөнки бөтәһе лә кешенең шәхси хәл-торошона, сәләмәтлегенә бәйле. Хәҙер медицина хеҙмәте диспансерлаштырыу ярҙамында пациенттарҙың сирен бала саҡта уҡ асыҡлауға йүнәлтелгән. Сир мөмкин тиклем һуңғараҡ үҫешһен өсөн педиатр баланың йәшәү рәүешен үҙгәртә ала. Өлкәнәйгәс, диспансерлаштырыу ваҡытында яңы хәүефтәрҙең асыҡланыуы ихтимал. Был осраҡта эшкә табип - терапевт тотона, тәүге сир билдәләренең хәүеф факторҙары билдәләнә. Аҙаҡ табип пациентты йыл һайын күҙәтә, хәүефте баһалай, сөнки йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дарыуҙар менән генә дауалап булмай, тәү сиратта ул йәшәү рәүеше тигән һүҙ. Бында уңыштың 20 проценты ғына табип эшмәкәрлегенә бәйле, ә 80 проценты ул кешенең үҙенән тора.
Беҙгә өҙлөгөүҙәр менән килгән пациенттар ҙа бар. Мәҫәлән, яңыраҡ ауыр хәлдә инфаркт менән килгән ирҙе ҡабул иттек. Диспансерлаштырыуҙы ла, медицина тикшереүен дә үтмәгән, шуға күрә сир ваҡытында асыҡланмаған. Ә бит бөтәһе лә башҡаса булыуы мөмкин ине, әгәр табиптар ваҡытында сирҙе асыҡлаһа, пациент йәшәү рәүешен үҙгәртһә... Сәләмәт булыу өсөн ниндәйҙер кимәлдә тырышлыҡ һалырға кәрәк. Күп осраҡта беҙ ялҡауланабыҙ, эштән ҡайтыу менән телевизор ҡарарға, диванда аунарға, ял итергә яратабыҙ. Көн һайын физкультура менән шөғөлләнергә, мәҫәлән, бассейнға йөрөргә, ун мең аҙым үтергә ваҡытыбыҙ ҙа, теләгебеҙ ҙә юҡ. Барыһы ла үҙебеҙгә бәйләнгән. Иртә осорҙа ҡуйылған диагноз менән оло йәштә лә оҙаҡ йәшәгәндәр бар. Ғүмерҙең ҡайһылыр осоронда улар ҙа миокард инфаркты кисерәсәк, әлбиттә. Әгәр кеше 90 йәштә инфаркт кисерһә, ә унан алдағы йылдарҙа әүҙем тормош алып барып, табиптарҙың кәңәшен тотоп йәшәгән булһа – быныһы бер мәсьәлә. Атеросклероз, ысынлап та, үҫешә, беҙ унан ҡасып ҡотола алмайбыҙ. Тик ҡайһы саҡта ҡырҡ йәшлек пациенттың да йөрәк тамырҙары ныҡ зарарланғанын күреп, уның үҙ сәләмәтлеген бөтөнләй хәстәрләмәгәнен күрәбеҙ
Атеросклероз бәләкәй саҡта уҡ үҫешә башлай. Тик был әле сир башланыуын аңлатмай. Тамырҙар тығыҙланыу менән бергә атеросклероз төйөрсәләре барлыҡҡа килә һәм сир үҫешә. Нәҫелдән килгән күсәгилешлелек, дөрөҫ туҡланмау, сәләмәтлегеңде күҙәтмәү был хәлгә сәбәпсе була ла инде. Ҡырҡ йәшлектәрҙең инфарктҡа юлығыуы уларҙың үҙҙәре менән шөғөлләнмәүенә бәйле. Әгәр кеше сәләмәтлеген ҡайғыртһа, атеросклероз төйөрсәләре алтмыш йәштән һуң ғына күренә башлар ине. Улар ҙа төрлө. Бер өлөшөн дарыуҙар менән дауалап булһа, икенселәренә операция талап итә. Әгәр башығыҙ йыш ауыртып яфалай икән, мотлаҡ медицина тикшереүе үтергә кәрәк.
Тромб (ойош ҡан) патологияһы кешеләрҙе ныҡ хәүефләндерә. Айырыуса ковидтан һуң ул көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде. Вирус ҡандың ойошоу системаһына йоғонто яһай. Тромбтың эре тамырҙа барлыҡҡа килеүе һәм кешене һәләк итеүе мөмкин. Иң хәүефлеһе – үпкә артерияһы тромбоэмболияһы, уны хәҙер диагнозлауы ла, дауалауы ла мөмкин. Әгәр кеше организмына янаған хәүеф тураһында мәғлүмәтле булмаһа, эҫе мунсала йыуыныу йәки кроста ҡатнашыуҙың тромб, тромбоз һәм тромбоэмболия менән тамамланыуы мөмкин. Тимәк, диспансерлаштырыуҙың ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуы буш һүҙ түгел. Анкетаны тулы һәм дөрөҫ тултырыу ғына ла табипҡа хәүефтең 50 процентын билдәләргә мөмкинлек бирә.
Көн һайын 30 минут ҡына йәйәү йөрөү ҙә ҡан тамырҙарының торошон тотороҡландыра, йөрәк мускулын күнектерә, мускул массаһын арттыра. Кеше үҙенең сәләмәтлек күрһәткестәрен белергә тейеш. Артериаль баҫым кимәле – 120/80 мм, холестерин – 5 ммоль/литр, глюкоза – 5,5 ммоль/литр – ошо сиктән дә күрһәткестәр артырға тейеш түгел. Ирҙәрҙең бил әйләнәһе – 94, ҡатындарҙың 80 сантиметрҙан артмауы яҡшы. Тоҙҙоң тәүлек нормаһы биш грамдан артмаҫҡа тейеш.
Күкрәк ситлеге үҙәге буйлап яндырған, баҫҡан, ҡыҫҡан төҫлө ауыртыу һиҙелһә, кардиологҡа мөрәжәғәт итеүҙе һуҙмағыҙ. Ауыртыу кинәт башланып, биш-ун минут дауам итә. Әгәр ун минуттан оҙағыраҡ һуҙылһа, медицина ярҙамын саҡыртығыҙ. Хәлдең кинәт насарланыуы ашығыс ярҙам саҡырыу өсөн сәбәп ул. Ҡайһы саҡта пациент һуңғы минутҡа тиклем түҙә һәм беҙгә ҡатмарлы инфаркт хәлдә эләгә.
Ҡасан участка табибына мөрәжәғәт итергә? Тын ҡыҫылһа, ҡан баҫымы 140/90 күрһәткесенән дә артһа, мотлаҡ “ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ. Ҡан баҫымы даими рәүештә 135/85 күрһәткесенән күтәрелһә, баш ауыртһа, күҙ алдында “себендәр” осҡандай тойолһа, ҡолаҡ тонһа, участка табибына медицина тикшереүе үтергә барыу өсөн сәбәп бар. Беҙҙең поликлиникала бөтә республиканан йыл һайын 100 меңдән ашыу кеше дауалана. Стационарҙа йылына 12-15 мең пациентты ҡабул итәбеҙ. Бик күп операциялар үткәрелә. Өлкәнәйгән һайын кешелә сирҙәр арта бара. Йәш кешелә артериаль гипертония ғына булһа, олораҡ йәштә йөрәк ишемияһына шәкәр диабеты, үпкә, онкология патологиялары өҫтәлеүе ихтимал. Шуға күрә бындай осраҡта дауалау ысулдары үҙгәрә. Бәхеткә ҡаршы, беҙҙә кардиологтарға ҡытлыҡ юҡ. Белгестәрҙе даими уҡытабыҙ, квалификацияларын күтәреү өҫтөндә эшләйбеҙ. Уҡыусыларға төп кәңәшебеҙ – йөрәгегеҙҙе йәштән һаҡлағыҙ, сәләмәтлекте сир башланғанға тиклем хәстәрләргә кәрәк”.