"Беҙҙең ғаиләлә башҡа һөнәр һайлау кәрәклеге тураһында уй ҙа булмағандыр. Атай–әсәйем икеһе лә медицинаны үҙ иткән кешеләр, уларҙың кейгән аҡ халаттарына бала саҡтан ниндәйҙер бер хөрмәт менән ҡарап, үҙебеҙ ҙә киләсәктә табип буласаҡбыҙ,тип үҫкән балалар беҙ. Атайым Тимербулат Фәхри улы ғүмере буйы Аҡморон ауыл табип амбулаторияһында табип–терапевт булды, әсәйем Фәрхәнә Ғарифулла ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы шәфҡәт туташы булып эшләне. Ғаиләлә беҙ өс бала үҫтек, бөгөн бөтәбеҙ ҙә атай-әсәйебеҙҙең юлын дауам итеп, медицина өлкәһен һайлағанбыҙ. Хатта тормош иптәштәребеҙ ҙә табиптар, әле данлыҡлы Имановтар династияһын лайыҡлы дауам итеүселәр булып улдарыбыҙ медицина университетында белем ала", - ти Айбулат Иманов.
Айбулат Иманов – Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире, юғары категориялы табип–хирург. Сирек быуат йылдан ашыу ғүмерен медицинаға бағышлаған тәжрибәле хирургты баймаҡтар яҡшы белә һәм ихтирам итә. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Айбулат Тимербулат улы аҡ халатлылар династияһын лайыҡлы дауам итеүселәрҙең береһе лә. Тимәк, ул медицина өлкәһен осраҡлы һайламаған, ә бала саҡтан ата–әсәһенең һөнәренә ғашиҡ булып, кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙы төп маҡсаты итеп алған. Шуға күрә лә үҙ эшен яратҡан, Гиппократ антына тоғро ҡалған, сирлеләргә бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған тәжрибәле, үҙ эшен яҡшы белгән, оҫта ҡуллы табип ул.
– Ҡатыным Рәзилә Йәмил ҡыҙы ла – аҡ халатлылар династияһын дауам итеүселәрҙең береһе, – ти Айбулат Иманов. – Ҡайным оҙаҡ йылдар Йылайыр районында баш табип булып эшләне, әле ҡатыным – Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бүлеге мөдире. Өс бала үҫтерәбеҙ, улыбыҙ Айҙар – Башҡортостан дәүләт медицина университетының 3–сө курс студенты. Ҡыҙыбыҙ Камила 10–сы класта уҡыһа, кинйәкәүебеҙ Айгүзәл беренсе класҡа барҙы.
Ҡустым, Айнур Тимербулат улы, Өфө ҡалаһында Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында табип-травматолог булып эшләй, кәләше Әлфиә Исмәғил ҡыҙы – косметолог. Һеңлем Гөлнара Тимербулат ҡыҙы Сәйфуллина атайыбыҙҙың һөнәрен һайланы, әле Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының участка табип–терапевы. Уның ире, кейәүебеҙ Ринат Марат улы, Бикеш ауыл табип амбулаторияһы мөдире, участка табип–терапевы. Күреүегеҙсә, барыбыҙ ҙа – табиптар, һөйләшер һүҙҙәр ҙә уртаҡ, хатта ҡайһы бер ауырыуҙарҙы барыбыҙ ҙа белгән булып сығабыҙ. Байрамдарҙа йәиһә бергә йыйылышҡанда ла күберәк медицина хаҡында һөйләшәбеҙ, уй–пландарыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ, бер-беребеҙгә кәңәштәр бирәбеҙ. Ошо мөхиттә тәрбиәләнгән балаларҙың киләсәктә медицина өлкәһен һайлауы осраҡлы булмай, улар бәләкәйҙән ата–әсәһенең эшен күреп үҫә. Беҙҙең дә һөнәр һайлауыбыҙ тап шулай булды.
Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия бүлеге элек–электән иң яҡшыларҙан иҫәпләнә. Унда ҡасандыр тәжрибәле һәм билдәле медицина оҫталары, әллә күпме кешене әжәл ҡулынан йолоп ҡалған Ғиззәт Зөлҡәрнәев, Фирғәт Хисмәтуллин, Дарвин Зияев, Миңлеғәле Ғүмәров, Ғимаҙи һәм Илдар Хәсәновтар эшләгән. Бөгөн иһә уларҙың юлын лайыҡлы рәүештә тәжрибәле табип–хирург Айбулат Иманов дауам итә.
Айбулат Иманов Аҡморон мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас, артабан белемен Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында ала. Бала саҡтан табип булыу хыялы гимназияны тик яҡшы билдәләргә тамамларға булышлыҡ итә. 1995 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарын тик яҡшы яҡтарҙан ғына хәтерләй: “Йәшлегемдең иң матур йылдары Өфө менән бәйле. Сессияға әҙерлек, тәүге практикалар, ғүмерлек мөхәббәтемде лә тап ошо студент йылдарында осраттым. Рәзиләләрҙең йәшәгән бүлмәһе беҙгә яҡын ине, ятаҡханала осратып, уға ғашиҡ булдым. Уҡыу йортонда үткән барлыҡ сараларҙа ла ҡатнашырға ваҡыт таба торғайным, спорт буйынса ла алдынғылыҡты бирмәнем”.
Әйткәндәй, хирург булырға ҡайныһының кәңәше буйынса ҡарар итә. 2002–2003 йылдарҙа интернатура тамамлай һәм тыуған яғына эшкә ҡайта. Тәүҙә хеҙмәт юлын балалар хирургы булараҡ башлай, аҙаҡ белемен камиллаштыра бара һәм йылдан–йыл тупланған тәжрибә Айбулат Тимербулат улын хирургия бүлеге мөдиренә тиклем алып килә. Хирург хеҙмәтен билдәле Әбүғәлисина ыласын күҙе, ҡыҙҙарҙыҡылай йомшаҡ ҡулдар, йылан аҡылы һәм арыҫлан йөрәге талап иткән ҡатмарлы эш булараҡ баһалаған. Уйлап ҡараһаң, ни тиклем дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәр. Мәҫәлән, хирург өҫтәленә төрлө аварияла осраған сирлене килтерҙеләр, ти. Ҡайһылыр еренән ҡан аға, ауыртыуынана түҙә алмай, ҡысҡыра, ниҙер һораһаң да яуап бирә алмай. Тап шул саҡта осло ыласын күҙең сирҙе асыҡларға ярҙам итә, ваҡытында ҡабул иткән аҡылың уның ғүмерен оҙайта, арыҫлан йөрәгең ярҙамында барыһына түҙеп, кисерештәреңде һиҙҙермәй, ҡыҙҙарҙыҡылай йомшаҡ ҡулдарың менән һалҡын һәм үткер скальпелде ҡулыңа ала табип–хирург. Хирургия бүлеге медицинала иң ауырҙарҙан һанала, сөнки бында төрлө аварияларға эләккән кешеләр ҙә, ҡул һәм аяҡтарын ҡырҡтырырға мәжбүр булған сирлеләр һәм башҡа операция яһатыусылар ята. Уларҙың һәр береһенең артабанғы яҙмышы һәм сәләмәтлеге тап хирургтың диагнозды дөрөҫ билдәләп, уңышлы операция яһауынан тора. Йәмғиәтебеҙҙең ауыр социаль төркөмөнә ҡараған сирлеләрҙең күбеһенә лә хирург ярҙамы талап ителә. Эскән килеш инвалид булып ҡалған кешеләр ҙә осрай, йәиһә үҙ һаулығына битарафтар ҙа юҡ түгел. Һуңғыларына тик операция ғына ярҙам итә күп осраҡта. Шуға күрә Айбулат Иманов һәр кемде үҙ һаулығы өсөн үҙе яуаплы икәнлеген онотмаҫҡа саҡыра.
— Тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгәндә лә, ниндәйҙер сирҙе булдырмаҫҡа мөмкин. Организмды тыңларға өйрәнегеҙ, ул һеҙгә ауыртҡан ерегеҙ тураһында төрлө сигналдар менән ишеттерергә тырыша. Ниндәйҙер ауыртыныу һиҙәһегеҙ икән, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ, үҙаллы дауаланыуға юл ҡуймағыҙ, – тигән кәңәштәр бирә Айбулат Тимербулат улы.
Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия бүлегендә әле ике табип – хирург, хирург-травматолог иҫәпләнә, бүлектә бөтәһе 45 медицина хеҙмәткәре эшләй. Унда 50 койка урын иҫәпләнә. Хирургия бүлеге заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, УЗИ, ренгент ошонда уҡ үткәрелә.
Юғары категориялы табип-хирург Айбулат Иманов ҡатмарлы һәм планға ярашлы операцияларҙан ваҡыт табып, даими рәүештә белемен камиллаштыра: медицина йүнәлешендәге вебинар, онлайн курстарҙа, конференцияларҙа ҡатнаша, тәжрибәле ғалимдарҙың фәнни эштәрен өйрәнә.
Фотолар ғаилә архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!