Сәләмәт булайыҡ
17 Февраль , 10:15

“Көслө зат” ниңә табипҡа күренергә яратмай?

Ир-ат сәләмәтлеге  һәр кемдең шәхси эше генә түгел, ә милли хәүефһеҙлек мәсьәләһе. Үҙең тураһында хәстәрлек күреү көсһөҙлөк билдәһе түгел, ә яуаплылыҡ тигән һүҙ.

“Көслө зат” ниңә табипҡа күренергә яратмай?“Көслө зат” ниңә табипҡа күренергә яратмай?
“Көслө зат” ниңә табипҡа күренергә яратмай?

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 16 -22 февралдә Ир-ат сәләмәтлеген һаҡлау аҙнаһын үткәреүҙе иғлан итте. Ир-ат сәләмәтлеге –  демографик потенциалдың һәм халыҡтың эшкә һәләтлелегенең төп өлөшө. Йыш ҡына “көслө зат” медицина ярҙамына мөрәжәғәт итмәй, ҡул һелтәп ҡарарға күнеккән. Шуға күрә күп сирҙәр ныҡ аҙғандан һуң ғына асыҡлана, шул иҫәптән йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙары. Табиптарҙың әйтеүенсә, ҡан баҫымын, глюкоза кимәлен һәм простата биҙе торошон контролләү даими булырға тейеш.

Насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу, рациональ туҡланыу принциптарын үтәү ир-аттың репродуктив һәм физик сәләмәтлеген һаҡларға булышасаҡ.
Беҙ бик тынғыһыҙ, юғары тиҙлекле заманда йәшәйбеҙ. Барыһына етешергә, артта ҡалмаҫҡа, өлгөрөргә тырышырға кәрәк. Ҡайһы саҡта йүнләп ашап тороу ҙа юҡ, берәй мөһим сараға өлгөрөү өсөн арлы-бирле ҡапҡылап йүгерергә тура килә. Күптәр ошондай ритмда йәшәй һәм эшләй. Үкенескә ҡаршы, бындай ғәҙәттәр хәҙерге замандың айырылғыһыҙ юлдашы. Иң мөһиме, аяғөҫтө “ҡапҡылап алыу” даими ғәҙәткә әүерелмәһен, юғиһә, тоҙҙарҙың самаһыҙ күплеге арҡаһында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре баш ҡалҡытыуы, шәкәр диабеты, һимереү башланыуы ихтимал. Ғәмәлдә “насар” йәки “яҡшы” аҙыҡтар булмай. Уларҙы әҙерләй белергә кәрәк, ти табиптар.

 Аҡһым сығанаҡтары иҫәпләнгән ит, балыҡ, һөт һәм һөт аҙыҡтары, йомортҡа, икмәк, ярма, ҡуҙаҡлылар һәм йәшелсә өҫтәлдән өҙөлмәһен. Майҙар энергия сығанағы булараҡ ҡына түгел, витаминдарҙы үҙләштереү өсөн дә кәрәк. Аҡ май, үҫемлек майы, һөт, һөт аҙыҡтары, ит, балыҡ, сәтләүек тап шундай аҙыҡтарҙан иҫәпләнә. Минераль тоҙҙар һәм микроэлементтар организм төҙөлөшөндә ҙур роль уйнай. Витаминдар етешмәүе сирҙәргә тотороҡлоҡто кәметә, арыу-талсығыу тыуҙыра. Дөрөҫ туҡланыу тураһында һөйләгәндә беҙ бит ниндәйҙер “модалы” диетаны күҙ уңында тотмайбыҙ. Әгәр беҙ белгестәр әйткәнсә туҡланһаҡ, күп сирҙәргә юлыҡмаҫ та инек.

Бөтә донъяла хәүефле хәл күҙәтелеүе һағайтырлыҡ: ирҙәр ҡатындарға ҡарағанда аҙыраҡ йәшәй, ә тормош сифаты эшкә һәләтле саҡта хроник сирҙәр һөҙөмтәһендә йыш ҡына түбәнәйә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың сәләмәтлеге демографик хәлгә (ғаилә ҡороу һәм балалар үҫтереү мөмкинлегенә) һәм иҡтисадҡа (эшкә һәләтлелек һәм етештереүсәнлек) туранан-тура йоғонто яһай  Ә “көслө зат” үҙенең организмындағы үҙгәрештәргә күп осраҡта битараф ҡала. Хәлде үҙгәртеү өсөн өс төп ғәмәлде иҫтә тоторға кәрәк: диагностиканы һуң үткәреү проблемаһын, даими скрининг  һәм йәшәү рәүеше ролен.

Ирҙәрҙең түҙемлеге тормошта һәр саҡ яҡшыға килтермәй. Уларҙың сәләмәтлеге ҡаҡшауы кәрәкле дарыуҙар булмауында түгел,  ә табипҡа һуңлап мөрәжәғәт итеүендә. Ир-егеттәр йөрәк-ҡан тамырҙарының тәүге билдәләренә – ҡан баҫымы күтәрелеүенә, тын ҡыҫылыуына, күкрәктәге  ауыртыуға –иғтибар бирмәй. Һөҙөмтәлә тәүге етди билдә реанимацияға илтә.  Онкология сирҙәре  – простата биҙе, үпкә йәки эсәклек сирҙәре иртә стадияла үҙен һиҙҙермәй. Ауыртыу башланғанда уны дауалау ауырға тура килә. Ваҡытында асыҡлап, дауа билдәләгәндә осраҡтарҙың 90 процентында кешене һауыҡтырып, хеҙмәткә ҡайтарып була.

 Ир-ат сәләмәтлеге  һәр кемдең шәхси эше түгел, ә милли хәүефһеҙлек мәсьәләһе. Үҙең тураһында хәстәрлек күреү көсһөҙлөк билдәһе түгел, ә яуаплылыҡ тигән һүҙ.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас