Болгарияла был экстракт менән яман шеште дауалайҙар һәм ул операцияға тиклем дә, унан һуң да ярҙам итә тип раҫлайҙар. Рецепты ябай. Рәсәйҙә лә уның ярҙамында (шул иҫәптән медикаменттар менән бергә) аяҡҡа баҫҡандар бар, тип әйтеүселәр ҙә бар.
Ҡара мәрүәр (бузина) еләген йыйып, быяла һауытҡа шәкәргә ҡушып һалырға кәрәк: бер ҡатлам еләк, икенсеһе – шәкәр, һәм шулай өҫкә тиклем. 2-4 аҙна төнәтергә, аҙаҡ һөҙөп алығыҙ. Ашағандан һуң көнөнә өс тапҡыр бер аш ҡалағы эсергә. Ә ашағанға тиклем 10 минут алдан 150 мл дистилляцияланған һыу эсергә кәрәк. Курс 1,5 ай дауам итә, һуңынан бер ай тәнәфес һәм ҡабатларға кәрәку. Өс курстан һуң хәл яҡшыра. Иҫкәртеү өсөн йылына бер курс етә. Сара тонусты арттыра һәм энергия бирә.
ҺӘР ПРЕПАРАТТЫ, ДАРЫУҘЫ ЙӘКИ ДАУАЛАУ ЫСУЛЫН ҠУЛЛАНЫР АЛДЫНАН, МОТЛАҠ ДАУАЛАУСЫ ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕГЕҘ!
Фото: нейросеть ярҙамында булдырылды.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!