Былар һиңә танышмы? Улайһа һинд табиптары уйлап сығарған дауаны төнгә ҡарай ҡулланып ҡара. Иртән яңынан тыуғандай булырһың.
Бының өсөн 50 мл кaмфора спиртын, 50 г гәрсис порошогын, 5 йомортҡаның ағын ал.
Башта камфара спиртына 50 г гәрсис һалып болғатып ал. Унан йомортҡа ағын ҡушып, ныҡлап сайҡат.
Килеп сыҡҡан ҡатнашма мазь кеүек ҡуйылыҡта булырға тейеш. Был май менән көнөнә бер тапҡыр, йоҡларға ятырҙан алда ныҡлап һеңеп бөткәнсе ыу.
Унан дымлы сепрәк менән һөртөп ал. Тән тиреһе ҡыҙарып, бер аҙ әсетеп тороуы ихтимал.
Фото: нейроселтәр.