“Был ябай рецепт иремә гипертониянан ҡотолорға ярҙам итте. Бер нисә көндән һуң уға еңеләйҙе, ә ике аҙнанан һуң ҡан баҫымы нормаға килде”, тип был рецепт менән бер таныш апай уртаҡлашты. Эшләп ҡарағыҙ, бәлки, һеҙгә лә ярҙамы тейер.
Йыуылған һәм ҡабығынан таҙартылмаған көнбағыш орлоҡтарын (ярты литрлыҡ банкала) ике литр һыуыҡ һыу менән тултырырға ла эмалләнгән кәстрүлдә ике сәғәт бешерергә. Һыуытырға, һөҙөргә һәм көн дауамында эсергә.
Әгәр ике литрҙы эсеүе ауыр булһа, пропорцияларҙы кәметергә мөмкин: бер стакан орлоҡто бер литр һыуға һалырға ла, шулай уҡ ике сәғәт бешерергә.
Сара даими ҡабул иткәндә тотороҡло эффект бирә. Орлоҡтар составында булған никотин кислотаһы ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм ҡан әйләнешен яҡшырта.