

1 литр һөттө ҡайнатырға ҡуябыҙ, 15-20 финиктың тосон алып, һөткә һалабыҙ. Ағас ҡашыҡ менән бутап торабыҙ, 25-30 минут талғын ғына утта ҡайнатабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы миксер менән иҙәбеҙ. Коктейль әҙер.
Һыуытҡысҡа ҡуйып һыуытабыҙ. Ауыҙ асыр өсөн, сәхәрҙә эсеп ебәрер өсөн бынамын тигән ризыҡ! Кескенә ҡыҙым менән икәү эстек, оҡшаттыҡ. Тик миңә бер аҙ баллыраҡ, сөсөрәк булып тойолдо. Эсәр алдынан кефир ҡушып болғаттым, улай нығыраҡ оҡшаны.
“Дуҫтарым, хушапты һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ, бик еңел эшләнә, күп ингредиенттар ҙа кәрәкмәй, ураҙа тотҡанда энергия бирә торған бик туҡлылы ла, тәмле лә, файҙалы ла эсемлек килеп сыға”, - ти Зөһрә Ғарифуллина.