Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Февраль , 13:30

"Яратып, яратылып йәшәгеҙ"

“Донъя күрке – гүзәл зат” конкурсында – юғары категориялы табип-стоматолог. 

"Яратып, яратылып йәшәгеҙ"
"Яратып, яратылып йәшәгеҙ"

Конкурсантыбыҙ Зөлфиә Минһажева – Өфөләге 18-се клиник дауахананың юғары категориялы табип-стоматологы. Яҙмышы баш ҡала менән бәйле булһа ла, сығышы менән Ишембай районының Ҡолғона ауылынан.

Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатын тамамлағандан һуң медицина юлынан китә.

– Медицинаға һөйөүем әсәйемдән килә. Ул 48 йыл шәфҡәт туташы булып эшләне һәм әле лә халыҡтың һаулыҡ һағында тора. Туғандарым да – табиптар. Бер туған ағайым – Эске эштәр министрлығы поликлиникаһында баш табип, ҡустым – Талбазыла үҙәк район дауаханаһында баш табип. Ирем дә – табип-стоматолог, Өфө ҡалаһының 2-се стоматология поликлиникаһында хеҙмәт итә. Ҡыҙыбыҙға әле 14 йәш, ул да киләсәктә табип булырға хыяллана, – тип һөйләне конкурсантыбыҙ.

“Был тормошта мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ. Һәр ваҡыт алға ҡарап йәшәргә кәрәк” тигән фекерҙә  ул. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы етеп килгәндә гүзәл заттарға теләктәрен дә еткерҙе.

– Ҡатын-ҡыҙ бәхете – ғаиләлә, яратып, яратылып йәшәүҙә. Ҡуйған маҡсаттарығыҙға өлгәшегеҙ, барлыҡ теләктәрегеҙ ҙә тормошҡа ашһын. Күңел һалып башҡарырлыҡ яратҡан эшегеҙ булһын. Эргә-тирәләгеләрҙең ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, – тигән йылы теләктәрен юлланы.

Үҙ эшендә яҡшы һөнәр эйәһе ҙур аудиторияларҙа сығыш яһауға ла оҫта. Телевидение аша ла уны табип-эксперт булараҡ йыш күрергә мөмкин. 

Беҙҙең конкурста ла уңыштар насип булһын!

Фото: шәхси альбомдан.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ.

"Яратып, яратылып йәшәгеҙ"
"Яратып, яратылып йәшәгеҙ"
"Яратып, яратылып йәшәгеҙ"
"Яратып, яратылып йәшәгеҙ"
"Яратып, яратылып йәшәгеҙ"
"Яратып, яратылып йәшәгеҙ"
Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас