Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Март , 02:30

Бындай төнәтмә һәр йортта булырға тейеш

Һалҡын тейеү, бешеү, сәс ҡойолоу һәм тағы күп сирҙәрҙән ярҙам итә.

Бындай төнәтмә һәр йортта булырға тейеш
Бындай төнәтмә һәр йортта булырға тейеш

Быяла һауытҡа таҙартылған һәм ваҡланған бер аш ҡалағы чистотел, бер ҙур алоэ япрағы (япраҡтарҙы ҡырҡыр алдынан бер аҙна һыу һалмаҫҡа) һәм бер уртаса ҙурлыҡтағы әсе ҡыҙыл борос һалырға ла 0,5 литр араҡы ҡойорға. 10 көн һалҡын урында торорға һәм һыуытҡысҡа һаҡларға ҡуйырға кәрәк.

Һалҡын тейеү, мускул һәм быуындар ауыртыуы ваҡытында күкрәкте, арҡаны, ҡулдарҙы һәм аяҡтарҙы төнәтмә менән ыуырға. Һөрткәндән һуң уларҙы мамыҡ туҡыма менән төрөп ҡуйырға.

Бешкән саҡта ике минут һайын ете тапҡыр янған урынға һөртөгөҙ. Ә сәс ҡойолоуон туҡтатыу өсөн уны көн һайын баш тиреһенә ышҡырға кәрәк.

Фото нейроселтәр. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас