Сыҙамлыҡ һәр ваҡытта ла файҙаға түгел
Ҡайһы ерең ауыртһа ла - ҡыйын, ҡайһы ерең һыҙлаһа ла – йонсота, хәлде ала. Ярай ҙа бәхетеңә тәжрибәле, һиҙгер, профессионал табипҡа юлыҡһаң. “Тәжрибәле” тигәндә беҙ йәш һандарын күҙ уңында тотмайбыҙ, сөнки эшенә ең һыҙғанып, мөкиббән китеп тотонған йәш табиптарҙың да халыҡ араһында тиҙ абруй яулауҙарын, ышаныс ҡаҙаныуҙарын күргән бар. Шуға аныҡ миҫалдар етерлек:
“Төнө буйы туалетҡа йөрөп йонсоғандан һуң, табипҡа мөрәжәғәт итергә булдым. Быға тиклем дә сиремде һөйләп, байтаҡ кабинеттарҙа ултырырға тура килгәйне инде, түләүле медицина учреждениеһында ла булдым. Йәшәгән урыным буйынса белгескә мөрәжәғәт иткәндән һуң, бик ныҡ ғәжәпләнергә тура килде, йәш табип-уролог Ринат Сафин минең проблеманы ике тапҡыр барыуҙа хәл итте, – тип яҙа пациенттарҙың береһе. – Диагнозды грамоталы, аңлайышлы итеп аңлатыуы, препараттарҙы дөрөҫ һайлауы, иғтибарлы мөнәсәбәте менән хәлемде еңеләйтте. Хәҙер мин төндә йоҡлайым, йыш уяныуҙан туҡтаным”.
“Билдең ауыртып маҙаһыҙлауы көсәйгәс, таныш табип миңә Ринат Тәлғәт улына мөрәжәғәт итеп ҡарарға кәңәш итте. Тикшереү барышында табип бөйөргә яһалған ультратауыш тикшереүен иғтибар менән ҡарап, унда киста барлығын асыҡланы һәм операцияға ебәрҙе. Уныһын да һәйбәт үткәрҙем, хәҙер үҙемде яҡшы тоям”.
“Ағайымдың хәл-торошо бер нисә көн буйы еңеләймәгәс, табипҡа яҙылдыҡ. Ринат Тәлғәт улы ағайымды иғтибар менән тыңланы, анализдарын ҡараны һәм дауа билдәләне. Ағайым табиптың кәңәштәрен тотто, хәҙер ул белгескә күренгәненә һөйөнөп бөтә алмай. “Һөйләшеүенән үк уның компетентлы, пациенттарын хөрмәт иткән табип икәнлеге күренеп тора ине”, тигән була. Ринат Тәлғәт улына бик рәхмәтлебеҙ, һау-сәләмәт булығыҙ!” – тип яҙа пациенттарының береһе.
Бындай йылы рәхмәт һүҙҙәрен социаль селтәрҙә ҡалдырыусылар күп, һәр береһе борсолоуҙары менән уртаҡлашҡан табиптың тыныс холҡона, диагнозды асыҡлау өсөн күп яҡлы белеменә, тейешле дауа билдәләй белеүенә иғтибар иткән. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ирҙәрҙең репродуктив сәләмәтлеге буйынса штаттан тыш баш белгесе Ринат Тәлғәт улы Сафин менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ көслө заттың “йомшаҡ” яҡтары, уларҙың иғтибарын сәләмәтлекте һаҡлауға нығыраҡ йүнәлтеү, эшкә һәләтлеген һаҡлау мәсьәләләре тураһында.
–Ринат Тәлғәт улы, үҙегеҙ менән уҡыусыларыбыҙҙы таныштырып үтһәгеҙ ине?
– Мин үҙем Ауырғазы районынан. Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамланым, нефролог специальносын, бөйөр диализы процедураһын үҙләштерҙем. Хәҙер һөнәр йүнәлешен бер аҙ үҙгәрттем, педиатриянан өлкәндәрҙе һауыҡтырыуға күстем, табип-уролог белгеслеген үҙ иттем. Хеҙмәт стажым әллә ни ҙур булмаһа ла, көн һайын белем һәм тәжрибә багажымды тулыландырам, табип һөнәренең күҙгә күренеп бармаған нескәлектәрен өйрәнәм. Ир-аттың репродуктив сәләмәтлеге бөгөн көн ҡаҙағында торған мәсьәләләрҙең береһе тип әйтер инем, сөнки уның торошона тыуым, яңы быуын киләсәге һәм һаулығы бәйле. Ирҙәр сәләмәтлеге – демографик потенциалдың һәм халыҡтың эшкә һәләтлегенең мөһим өлөшө. 18 йәшкә тиклем педиатрҙар баланың һаулығын етди күҙәтә, кәрәк булһа, башҡа белгестәргә йүнәлтә, кәңәш бирә, тик егет ҡорона инеү менән улар йыш ҡына табипҡа юлды онота.
– Ни өсөн ир-ат һүҙ ҡуйышҡандай сәләмәтлегенә битараф ҡарашта? Ни өсөн улар табипҡа мөрәжәғәт итергә тартына, ваҡытында дауаланмай? Һеҙ уларҙың психологияһын, моғайын, яҡшыраҡ аңлайһығыҙҙыр.
– Көслө заттың да “йомшаҡ” яҡтары булырға тейештер инде, күрәһең. Беләм, күптәре дауаланырға яратмай, берәүҙәр сирҙең үҙенән-үҙе үтеүенә ышана, ҡайһылары ваҡытында дауаланмауҙың насар тамамланыуын көтмәй. Ауырығанын белеп тә “ни булһа ла булыр, барыһы ла Хоҙай ҡулында” тип вайымһыҙ йәшәгәндәр ҙә бар. Ә бит медицина бер урында тапанмай, яңы ҡорамалдар менән бергә яңы технологиялар килә. Кисә хыялланып та мөмкин булмаған мөғжизәләргә бөгөн шаһитбыҙ.
Мәҫәлән, онколог простата сирен иртә стадияла ПСА (простаталы үҙенсәлекле антиген) анализы ярҙамында асыҡлағандан һуң аҙ тишемле операция ярҙамында дауалай, хатта препараттар ярҙамында һауыҡтыра ала. Был аҡһым простата күҙәнәктәре тарафынан етештерелә һәм уның торошоноң индикаторы булып хеҙмәт итә, ялҡынһыныу мәлендә йәки простата биҙендә шеш барлыҡҡа килгәндә ҡанда уның кимәле күтәрелә.
Ир-ат ауыртыуҙарға сыҙам һәм сәләмәтлегендәге проблемаларҙы “һанға һуҡмаҫҡа” тырыша, әммә, үкенескә ҡаршы, түҙемлектең дә сиге була, ахырҙа ауырыу аҙғас ҡына дауаханаға мөрәжәғәт итә. Сирҙәргә ҡаршы тороусанлыҡ һәләте төрлөсә булһа ла, профилактика менән шөғөлләнмәү ирҙәргә хас дөйөм ғәҙәт. Шуға күрә дауаланыу өсөн ҡиммәтле ваҡыт юғалтыла, ә күпселек патологияларҙы аҙған стадияла дауалағанға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк.
– Репродуктив сәләмәтлекте һаҡлауға юл ҡайҙан башлана?
– Әлбиттә, поликлиникаға барып, табипҡа күренеүҙән. Профилле белгестәр һәм уролог организм торошон ваҡытында баһаларға һәм йәшертен хәүефте ваҡытында асыҡларға ярҙам итә. 45 йәшкә тиклемге һәр ир-егеткә йыл һайын ошо минимумды үтәргә кәрәк: уролог консультацияһы, дөйөм ҡан һәм бәүел анализы, ҡандың биохимик профиле, йөрәк һәм үпкә эшмәкәрлеген контролләү өсөн флюорография һәм электрокардиограмма үтеү. 45 йәштән һуң был исемлеккә простата антигенына ҡан анализын тапшырыу өҫтәлә. Әйтеүемсә, был күрһәткес простата онкологияһын диагностикалау, аденома үҫешен, шеш процестарын асыҡлау өсөн мөһим.
Артериаль ҡан баҫымын, глюкоза кимәлен даими контролләү, репродуктив һәм физик сәләмәтлекте һаҡлау өсөн рациональ туҡланыу һәм насар ғәҙәттәрҙән арыныуҙың мөһимлеге бәхәсһеҙ.
Элек түлһеҙлек осраҡтарын күберәк ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлегенә япһарыу күҙәтелһә, хәҙер хәл үҙгәрҙе. Ир-ат сәләмәтлегендәге патологияларҙың тыуымға кире тәьҫире өйрәнелә, 2024 йылдан алып көслө затты репродуктивлыҡҡа (сәләмәт тоҡом ҡалдырыуға, үрсеүгә һәләт) диспансерлаштырыу үткәрелә. Был бик ваҡытлы, кәрәкле ғәмәл. Беренсе этапта пациентты уролог-хирург ҡабул итеп, консультация бирә. Икенсе этапта анализдар биреп, тикшергәндән һуң дауалау талап ителгәндә, ауырыу төбәк йәки федераль үҙәктәргә бушлай һауыҡтырыу өсөн оҙатыла. Әйтергә кәрәк, һуңғы осорҙа пациенттар һаны арта.
– Бөгөн өлкәндәрҙе дауалаһағыҙ ҙа, педиатр булараҡ, ҡыҙ-малайҙар үҫтергән ата-әсәләргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Мин бында гигиена талаптарын үтәүҙең мөһимлеген иҫкә төшөрөр инем. Ҡайһы бер сирҙәр тап ошо талаптарҙы һанға һуҡмау арҡаһында баш ҡалҡыта. Бәүел-енес системаһы гигиенаһын бала бәләкәй саҡтан үтәргә өйрәнергә тейеш. Айырыуса шәкәр диабеты менән сирләгән балалар был хаҡта яҡшы белһен. Гигиенаны күҙәтмәү арҡаһында килеп тыуған сирҙәрҙе бала менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дарыуҙар ярҙамында ғына түгел, таҙалыҡ ҡағиҙәләрен теүәл үтәү һөҙөмтәһендә лә дауалап була.
Простата сиренең “йәшәрә” барыуы билдәле, хатта 18-20 йәшлектәр араһында сирҙең билдәләре күҙәтелгән осраҡтар бар. Барыһы ла тиерлек йәшәү рәүешенә бәйләнгән – аҙ хәрәкәтләнеү, бәйһеҙ енси бәйләнештәр, имгәнеү, зарарлы ғәҙәттәр. Юғары тиҙлекле заманда йәшәүҙең кире эҙемтәләре лә етерлек.
2025 йылда Рәсәй Хөкүмәтенең “2026 йылға һәм 2027 һәм 2028 йылдарҙың план осорона граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһы тураһында” ҡарары, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ошо уҡ йылдағы “Өлкән халыҡтың айырым төркөмдәренә профилактик медицина тикшереүе һәм диспансерлаштырыу үткәреү тәртибен раҫлау тураһында” Бойороғо һис тә юҡҡа донъя күрмәне. Бөтә был етди эш “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы башҡарыласаҡ.
– Ринат Тәлғәт улы, күп ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауға ла яуап бирһәгеҙ ине. Медицинала уны циркумцизия термины менән йөрөтәләр, ә ата-бабаларыбыҙ йоланы “сөннәткә ултыртыу” тип атаған. Был йола буйынса бәхәстәр тынғаны юҡ, хәҙерге заман медицинаһы ниндәй ҡарашта?
– Был операция тарихы тамырҙары менән беҙҙең эраға тиклемге осорға барып тоташа, ә беҙҙең быуатта ул дин, шулай уҡ медицина һәм гигиена сәбәптәре буйынса башҡарыла. Табиптар үткәргән тикшереүҙәр сөннәтләүҙең гигиенаны һаҡлауҙа мөһим роль уйнауын иҫбатлай. Йәһүдтәрҙә ир балаларҙың – 98, АҠШ-та 80 процентына әмәлиәттәр яһала. Уларҙы андрология буйынса махсуслашҡан табиптар яһай. Хирургтарҙың әйтеүенсә, циркумцизия инфекциялар хәүефен кәметә, патогенлы бактериялар тупланыуы өсөн шарттарҙы юҡҡа сығара. Был операцияны медицина күрһәтмәләре булған осраҡта яһайҙар. Барыһы ла кешенең теләгенән тора, беҙҙә лә тәжрибәле хирургтар етерлек.
– Ринат Тәлғәт улы, йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Уңыштар һеҙгә!
Динә Арыҫланова.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.