Сибай ҡалаһынан халыҡ табибәһе Флүрә Торсонбаева менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Флүрә апай, кешеләрҙе бағыуға нисек тотондоғоҙ? Был һәләтегеҙ ҡасан асылды?
– Был шөғөлгә тартылыуым, йәғни дауалау һәләтем бик күптән, бала саҡтан килә. Уҡыған осорҙа ла балаларҙы ҡарай, йәғни өшкөрә торғайным. Өләсәйем ныҡ көслө абыстай булған. Доға көсө менән дауалайым. Кеше күп килә, яңы тыуған балаларҙы ла, атлай алмаған ололарҙы ла алып киләләр. Күп фатирлы йорттоң дүртенсе ҡатында йәшәгәс, ҡайһы берәүҙәр баҫҡыс буйлап менә алмай. Ундай осраҡтарҙа туғандары килеп, өйҙәренә алып ҡайтып дауалата. Бер кемде лә кире ҡаҡмаҫҡа тырышам.
– Ә дауалау барышында ниндәй доғалар уҡыйһығыҙ?
– Кешенең сиренә, хәленә ҡарап, төрлө доға үҙенән-үҙе телемә килә, шуға күрә һәр осраҡта һәр төрлө доға уҡыйым. Ҡөрьән аяттарының көсө иҫ киткес, туҡтамай илаған сабыйҙарҙы ла доға менән тынысландырып, сир-зәхмәттән аралап була.
– Дауалау сеанстарының билдәле хаҡы бармы?
– Юҡ, хаҡ һорамайым да, билдәләмәйем дә. Ҡул хаҡы тип һәр кем үҙе белеп бирә, нисә һум бирһәләр ҙә, риза булып, доға ҡылып ҡабул итәм.
– Белеүебеҙсә, һеҙҙең тормош иптәшегеҙ ҙә халыҡ табибы. Ул нисегерәк, ниндәй алымдар менән дауалай?
– Ул массаж яһау, һылау кеүек алымдар менән дауалай. Мәскәү ҡалаһында халыҡты ҡабул итеп, башлыса шунда эшләй. Мин дә Мәскәүҙә эшләп ҡайттым. Кәрәкһә, кешенең сиренә ҡарап, массаж да яһайым. Кешегә бер күҙ һалыуҙан уның эске күңел торошон, холҡон тоям, айырыуса насар уйлы, тормошто, кешеләрҙе яратмай, күралмай йәшәгәндәр шунда уҡ беленә. Көнсөллөк, үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыу – бик насар ғәҙәттәр, тап шулар арҡаһында кешенең үҙенең тормошо боҙола, эштәре уңмай, юлдары ябыла. Кемделер рәнйетһәң, ул үҙеңә ауырыу булып ҡайта, шуны аңламай күптәр.
Флүрә апайҙың телефоны: 8 963 903 52 51. Үҙе риза булып, ошонда ҡуйырға ҡушты. Ватсабы ла ошо номерҙа, яҙып белешергә мөмкин.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!