Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
4 Март , 10:00

Аҡса гөлөнөң һуты ярҙамында сөйәлде лә бөтөрөп була

Ул шулай уҡ тәндең берәй өлөшө ныҡ бәрелеп ауыртҡанда, шешкәндә ярҙам итә, биткә, ирен тирәһенә сыҡҡан герпесты бөтөрә ала. Ә рустар уны сөйәл үләне - "мозольник" тип атай. Сөйәлдән ҡотолоу өсөн... 

Аҡса гөлөнөң һуты ярҙамында сөйәлде лә бөтөрөп була
Аҡса гөлөнөң һуты ярҙамында сөйәлде лә бөтөрөп була

Күптәр уны аҡса гөлө тип атай. Байлыҡ килтерәлерме, юҡмы – әйтеүе ҡыйын, быға ышаныу-ышанмау – һәр кемдең үҙ эше, ә бына уның япраҡтарының төрлө сирҙәр осрағында файҙалы булыуын күптәр белеп тә бөтмәйҙер. Шифаһы йәһәтенән ул барыбыҙ ҙа белгән алоэнан һис тә ҡалышмай.

Аҡса гөлө вирустарға, бактерияларға, бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы дауа була ала. Өйҙә берәйһе сирләһә, был гөл шиңә, бөршәйә башлай, хатта һулыуы, япраҡтары тулыһынса ҡойолоуы ла ихтимал, тиҙәр, йәғни уны ғаилә ағзаларының сәләмәтлек торошон күрһәткән үҫемлек тип атайҙар.

Гөлдөң япрағын йәки унан сыҡҡан һутты яраларға, шешкән, елһенгән, ҡырҡылған урындарға һалырға кәңәш итәләр. Уның һуты яраның тиҙ бөтәшеүенә, тиренең боҙолмауына булышлыҡ итә.

Быуын тартылғанда йәки, ныҡ бәрелеп, тәндең берәй өлөшөн ауырттырғанда, аҡса гөлөнөң япраҡтарын бутҡа хәленә килтереп, компресс һалырға мөмкин. Ул ауыртыныуҙы баҫасаҡ.

Әгәр бит-йөҙ, айырыуса ирен тирәһенә герпес сығып ыҙалатһа, ошо гөл япрағының һуты ярҙамға килә ала. Ярты-бер сәғәт һайын герпеслы урынға яңы һут һылағыҙ, әммә ул ауыҙ ҡыуышлығына эләгеп ҡуймаһын!

Ангина, тонзиллит һәм тамаҡтың башҡа төрлө ялҡынһыныуҙары осрағында аҡса гөлө япраҡтары һуты ҡушып эшләнгән ҡатнашма менән ауыҙ ҡыуышлығын, тамаҡты сайҡатырға мөмкин. Бының өсөн бер стакан ҡайнап һыуынған (йылымыс) һыуға 10 бөртөк япраҡтың һутын һығығыҙ. Ошо ҡатнашма менән тамаҡты көнөнә биш тапҡырға тиклем сайҡарға кәрәк.

Серәкәй йәки башҡа берәй төрлө бөжәк тешләп, тән тиреһе ҡыҙарып сыҡһа, тиҙ генә аҡса гөлөнөң һутын һөртөгөҙ. Быны көн дауамында бер нисә тапҡыр эшләгеҙ.

Аҡса гөлөн рустар икенсе төрлө сөйәл үләне – мозольник тип тә йөрөтә. Эйе, уның ярҙамында тәндәге сөйәлдәрҙән ҡотолорға мөмкин. Бының өсөн япраҡтың өҫтөндәге шәкәрәне һыҙырығыҙ һәм, сөйәлгә ябып, пластырь йәки йомшаҡ сепрәк менән бәйләп ҡуйығыҙ. Быны төнгөлөккә эшләргә лә мөмкин. Шулай уҡ аҡса гөлөнөң һуты аяҡ бармаҡтары араһындағы бәкмәккә ҡаршы көрәшеү өсөн дә шәп сара булып тора.

Тағы ла шуны белеп ҡуйырға кәрәк: был үҫемлектең япрағы составында ағыулы матдәләр, атап әйткәндә, мышьяк бар, шуға күрә уның менән бик һаҡ эш итергә кәрәк, һутын йәки япрағын шул килеш ҡулланыу, йәғни эсеү-ашау тыйыла! Бары тик һыуға ҡушып, ауыҙ ҡыуышлығын сайҡатырға йәки тән тиреһенә ҡарата ғына ҡулланырға мөмкин.

Халыҡ медицинаһын менән ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. Сәләмәт булығыҙ!

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас