Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
4 Март , 20:25

Эс бошоумы был, әллә сирме?

Һағышланыу, бошоноу, ҡайғырыу, хәсрәтләнеү тойғоһоноң бер нисә сәғәт тә, бер нисә көн дә  түгел, ә оҙайлы ваҡыт дауам итеүе, физик әүҙемлек кәмеүе, элекке яратҡан шөғөлдәргә ҡыҙыҡһыныу юғалыуы уйланырға мәжбүр итергә тейеш.

Эс бошоумы  был,  әллә сирме?
Эс бошоумы был, әллә сирме?

Табип мәсьәләгә асыҡлыҡ индерә

Һуңғы йылдарҙа дарыуҙарҙы рекламалау киң таралған күренешкә әүерелде, Рәсәй телевидениеһы айырыуса был эш менән мауыға. Препараттар тураһында интернет селтәрҙәре аша ла уҡып белергә тырышабыҙ. Белеү бер эш булһа, ҡулланыу бөтөнләй башҡа ғәмәл, сөнки дарыуҙарҙы үҙ белдегең менән эсеүҙең бик насар тамамланыуы ихтимал. Айырыуса “антидепрессанттар” һүҙе тирәһендә уйҙырмаларҙың һәм ҡурҡыныс хәбәрҙәрҙең йөрөүенә күнегеп тә бөткәнбеҙ. Кемдер уны “бәхет төймәләре” тип иҫәпләһә, икенселәр был препаратты “аҡылдан яҙғандарға тәғәйенләйҙәр” тип уйлай. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгес-психотерапевты, республика клиник психотерапия үҙәгенең баш табибы Наталья Тулбаева ошо йәһәттән мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе.

– Иң беренсе шуны аңларға кәрәк, антидепрессант дуҫ-иш, таныш-тонош кәңәше менән һатып алыу мөмкин булған витамин да, тынысландырыусы дарыу төймәләре лә түгел. Атамаһынан уҡ күренеп тороуынса, уны ҡулланыу маҡсаты билдәле. Антидепрессанттар – депрессия билдәләрен кәметеүсе препараттар. Улар кешенең  физик һәм аҡыл әүҙемлеген, тойғолар байлығын тергеҙә. Был препараттарҙың киң ҡулланылышта булмауы тәбиғи, әлбиттә. Өҫтәүенә уларҙы үҙеңә үҙең тәғәйенләү мөмкин түгел.

Дөйөм атама менән йөрөтөлһә лә, препаратты төрлө төркөмдәргә бүләләр. Антидепрессанттар тәьҫир итеүсе матдәһе  буйынса айырыла һәм баш мейеһендәге айырым рецепторҙарға йоғонто яһай. Тап шуға күрә кемгәлер ярҙам иткәндә лә, ҡайһы берҙәргә файҙа урынына зыян килтереүе ихтимал. 

Антидепрессанттар депрессив хәл-торошҡа тәьҫир итә. Әммә бында ла хәл ябайҙан түгел, сөнки депрессия төрлөсә була, препарат тәғәйенләү тураһындағы ҡарарҙы табип ентекле үткәрелгән диагностика нигеҙендә генә ҡабул итә. Тәүҙә табип психологик тестар үткәреп, депрессив тороштоң тәрәнлеген асыҡлай, хәүефле билдәләргә иғтибарын йүнәлтә. Профессиональ ҡараш һәм психологик тест дөрөҫ диагноз ҡуйырға ярҙам итә. Препараттарҙы түбәндәге осраҡтарҙа тәғәйенләйҙәр: уртаса һәм ауыр дәрәжәләге депрессия хәлендә; хәүефләнеү тойғоһо кисергәндә, бындай пациенттар өсөн тынысландырыу тәьҫире булған препараттар бар. Дауалау ысулы даими камиллаша бара. Препараттарҙы табип-психотерапевт йәки табип-психиатр, йәиһә табип-психиатр-нарколог тәғәйенләй. Сирҙең тәүге этаптарында невролог та дарыуҙы тәғәйенләү хоҡуғына эйә.

Эс бошоу, күңел төшөнкөлөгөнөң сиргә әүерелеү сиген нисек билдәләргә? Депрессия – айырым хәл-торош, уны ғәҙәттәге кәйеф боҙолоуы менән бутарға ярамай. Һағышланыу, бошоноу, ҡайғырыу, хәсрәтләнеү тойғоһоноң бер нисә сәғәт тә, бер нисә көн дә  түгел, ә оҙайлы ваҡыт дауам итеүе, физик әүҙемлек кәмеүе, элекке яратҡан шөғөлдәргә ҡыҙыҡһыныу юғалыуы уйланырға мәжбүр итергә тейеш. Депрессияның төп билдәһе – тирә-яҡтағы  ваҡиғаларға иғтибарҙың, ҡыҙыҡһыныуҙың юғалыуы. Кеше яҡшы хәбәрҙәргә лә ҡыуанмай, насарҙарына ла  көйөнмәй. Ул тирә-яғындағы үҙгәрештәргә битараф. 

Хәүефле билдәләрҙең береһе – эскә йомолоу, башҡа кешеләр менән аралашыуҙан ҡасыу. Социаль ҡамауҙа ҡалыу менән бергә кешенең когнитив функциялары кәмеүе күҙәтелә. Уға хатта ябай ғына тойолған мәсьәләләрҙе сисеү ауырлаша, өҫтәүенә үҙ-үҙен баһалау түбәнәйә, ғәйеп тойғоһо менән яфалана, үҙен кәм тоя. Бынан тыш, депрессия бик мәкерле һәм башҡа сирҙәр артына йәшеренә башлай. Соматик депрессия – психик сир, төп билдәләре депрессиялағы кеүек.  Шулай уҡ аппетит юғалыуы, тән ауырлығы кәмеүе, йоҡоһоҙлоҡ, эс ҡатыуы мөмкин.

Антидепрессанттар –  пациентты ҡәҙимге  тормошҡа ҡайтарыу өсөн ҡеүәтле инструмент, тик уны табип контролендә генә файҙалаланырға мөмкин. Әгәр үҙегеҙҙә үрҙә һүрәтләнгән билдәләрҙе тояһығыҙ икән, ваҡытлыса кәйеф юҡлығын сирҙән айыра алыусы белгестәргә мөрәжәғәт итеү дөрөҫ аҙым булыр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының республика психотерапия үҙәге табиптары һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас