Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
4 Март , 17:30

Сабыйҙар имен-һау тыуһын!

Йөклөлөк осоронда йодҡа ихтыяж арта, ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындарҙың, ике йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың йодлы тоҙҙо тейешле кимәлдә алмауы мөмкин. Йод балаларҙың мейеһе яҡшы үҫешһен өсөн бик кәрәк.

Сабыйҙар имен-һау тыуһын!
Сабыйҙар имен-һау тыуһын!

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2-8 мартта Йөклөлөккә яуаплы мөнәсәбәт аҙнаһы үткәреүҙе иғлан итте. Маҡсаты: ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив сирҙәрҙе иҫкәртеү тураһында мәғлүмәтлеген арттырыу, йөклөлөк ваҡытында онкология сирҙәрен үткәреп ебәрмәү, ҡатын-ҡыҙҙарҙың түлһеҙлеге йышлығын кәметеү, ауырлы ҡатындар араһында алкоголь менән мауығыуға юл ҡуймау, аборттар һанын кәметеү. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының акушерлыҡ һәм гинекология буйынса штаттан тыш баш белгесе Ирина Борисовна Фәтҡуллина һау-сәләмәт сабыйҙар үҫтереү өсөн нимәләргә иғтибар итеү кәрклеген билдәләне.  

“Йөклөлөк осоро буласаҡ әсә өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә. Әсә үҙенең тәртибе, тотошо менән балаһының сәләмәтлеген нығытыуға файҙалы өлөш индерә ала. Киреһенсә, уйланылмаған аҙымдары менән сабыйының һаулығын ҡаҡшатыуы ла ихтимал. Табиптар ата-әсәне йөклөлөккә генә түгел, ә сабыйҙың тыуыуын планлаштырыуға ла яуаплы ҡарарға саҡыра.

Йөклөлөк осоронда алкоголле эсемлектәр ҡулланыу, тәмәке һәм никотинлы матдәләр менән мауығыу патологиялар хәүефен һәм үле бала тыуыу осраҡтарын арттыра. Был мөһим мәлдә алкоголдең хәүефһеҙ дозаһы булмай. Тәмәке тартыу ауырға ҡалыу, сәләмәт бала табыу ихтималлығын кәметә.

Никотин ҡулланыу яралғы үҫешендә структура һәм функциональ тайпылыштар хәүефен тыуҙырыуға һәләтле, сөнки был ағыулы матдә плацента ҡаршылығы аша үтеп, тыуасаҡ сабыйҙың ҡан ағымына эләгә. Электрон сигареттар ҡулланыу шулай уҡ тыуасаҡ сабый сәләмәтлегенә кире тәьҫир итә.

Енси тормоштоң иртә башланыуы һәм аборттар йыш ҡына түлһеҙлеккә килтерә һәм репродуктив системаның төрлө сирҙәренә юлыҡтыра. Енси юл менән таралыусы инфекцияларҙың сабыйға әсә ҡарынында уҡ йоғоуы йәки түлһеҙлек сәбәпсеһенә әүерелеүе  мөмкин. Аҙ хәрәкәтләнеү һәм һимереү ҡатын-ҡыҙҙың  репродуктив системаһына кире йоғонто яһай. Шулай уҡ артыҡ ябыҡ булыу, тән ауырлығының етешмәүсәнлеге овуляция боҙолоуына һәм эстрогендар кимәле кәмеүенә һәм түлһеҙлеккә килтерә.

Репродуктив сәләмәтлекте баһалау буйынса өлкәндәр араһында диспансерлаштырыу үткәрелә. Йөклөлөктө планлаштырған осорҙа ҡатын-ҡыҙ организм ҡытлыҡ  кисергән матдәләрҙе тулыландырырға тейеш. Был осорҙа йодҡа ихтыяж арта, ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындарҙың, ике йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың йодлы тоҙҙо тейешле кимәлдә алмауы мөмкин. Йод балаларҙың мейеһе яҡшы үҫешһен өсөн бик кәрәк. Ауырға ҡалыуҙан  ике-өс ай алда һәм йөклөлөк осоронда көнөнә 200 микрограмм дозаһында йод препараттары эсеү тәҡдим ителә.

Шулай уҡ бала табыуҙы планлаштырған ҡатын-ҡыҙҙар ауырға ҡалғанға тиклем ике-өс ай алда йөклөлөктөң тәүге  12 аҙнаһында көнөнә 400-800 микрограмм дозаһында фолий кислотаһы эсергә тейеш. Был яралғының нервы көпшәһе кәмселеген кәметеү маҡсаты менән эшләнә.

 Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас