Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Март , 23:00

Гөлләмә менән сир бүләк итеүегеҙ ихтимал

8 Март байрамына күптәр сәскә бүләк итә. Ә бының хәүефе лә бар бит...

Гөлләмә менән сир бүләк итеүегеҙ ихтимал
Гөлләмә менән сир бүләк итеүегеҙ ихтимал

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы – 8 Март яҡынлаша. Ниндәй байрам бүләктәрһеҙ, гөлләмәләрһеҙ булһын? Тик ҡайһы саҡта сәскәләр менән бергә поллиноз бүләк итеү хәүефе лә бар.

 Сәскә магазиндары бөгөн ниндәй генә аллы-гөллө гөлләмәләр менән һатыу итмәй?! Тик ҡайһы бер сәскәләр аҫыл зат сәләмәтлеге өсөн хәүеф тыуҙырыуы, аллергия реакцияһына юлыҡтырыуы ихтимал.  

Аллерголог Гүзәл Нуретдинова әйтеүенсә, сәскә һеркәһе - киң билдәле аллерген, микроскопик рәүештәге орлоҡтары менән үрсей. Бөтә һеркәләр ҙә хәүефле түгел, ауырҙары тиҙ ултыра, ә еңелдәре һауала сәғәт буйы осоп йөрөргә һәм тын алыу юлдарына үтеп инергә һәләтле.

Юғары аллергенлы сәскәләр ғәҙәттә бер нисә үҙенсәлеккә эйә: бик еңел таралыусы ваҡ һеркәләрҙең күплеге, хуш еҫле булыуы һәм өҙөлгән сәскәләрҙә һеркәләрҙең тәьҫире оҙаҡ ваҡыт һаҡланыуы. Ундайҙар рәтенә ләлә, хризантема, гербер сәскәлеләр ғаиләһе һәм йәшел декоратив үҫемлектәр ҡарай. Һуңғылары айырыуса хәүефле – декоратив үләндәрҙең ҡыяҡлы үҫемлектәр аллергендары кешелә етди реакция тыуҙырыуы ихтимал.

“Әгәр кешелә сәскәләргә ҡарата аллергия (сөскөрөү, танау тоноу, йәш ағыу, күҙ ҡабағы ҡысытыу) бар икән, сәскә бүләк итергә ашыҡмағыҙ. Поллиноздың етди билдәләре лә булыуы ихтимал, йүтәлләтеүе, тын ҡыҫылыуы  мөмкин”, – тип иҫкәртә табип аллерголог Гүзәл Нуретдинова.

Фото: Башинформ.. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас