Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Март , 23:25

Бер стакан эҫе һыу мөғжизәләр тыуҙыра

Быны эшләүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ, уның ҡарауы файҙаһы хәтәр ныҡ! Матдәләр алмашыныу яйға һалына, ҡан таҙара, ҡан баҫымы яйлана. Бары тик ошо ҡағиҙәне ғәҙәткә индерегеҙ... 

Бер стакан эҫе һыу мөғжизәләр тыуҙыра
Бер стакан эҫе һыу мөғжизәләр тыуҙыра

Көн һайын иртәнсәк бер стакан эҫе һыу эсергә ғәҙәтләнһәгеҙ, организмығыҙҙағы ыңғай үҙгәрештәрҙе күреп ғәжәпләнерһегеҙ. Тибет табиптары әйтеүенсә, был һәйбәт ғәҙәт ғүмерҙе 10 йылға оҙайта ала.

Эҫе һыу арҡаһында иртәнсәктән матдәләр алмашыныу яйға һалына, ҡан таҙара һәм тән тиреһе, бөйөр һәм лимфа системаһы аша детоксикация  (зарарлы матдәләрҙән арыныу) процестарыкөсәйә. Үт ағымы һәйбәтләнә.

Көн һайын иртәнсәк эҫе һыу эсеү (эҫегә яҡын йылы һыу ҙа мөмкин) тән тиреһенең торошон яҡшырта, бит тиреһе майланыуҙан, төрлө һытҡылар сығыуҙан туҡтай, ҡан баҫымы көйләнә. Был алым шулай уҡ тән ауырлығын рәткә килтереүгә лә булышлыҡ итә.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас