Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
10 Март , 15:20

Беҙҙекеләр - илдә иң яҡшылар

Өфөлә балалар психоневрология үҙәге корпусын һәм Республика балалар клиник дауаханаһының эндокринология бүлеген ремонтлау күҙаллана. 

Беҙҙекеләр - илдә иң яҡшылар
Беҙҙекеләр - илдә иң яҡшылар

2024 йылдың февралендә асылған республика балалар клиник дауаханаһының онкология һәм гематология үҙәгендә һигеҙ һөйәк мейеһе трансплантацияһы уңышлы үткәрелгән, шулай уҡ күҙәнәк терапияһы һәм экстракорпораль детоксикация индерелгән. Был хаҡта республика балалар клиник баш табибы Людмила Семавина Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Йыл һайын Республика балалар клиник дауаханаһында 29 меңдән ашыу бала стационар дауалана, ә амбулатор йөрөүҙәр һаны 190 меңдән ашып китә. Медицина учреждениеһының 26 махсуслаштырылған бүлексәһе һәм ҡеүәтле койка фонды бар.

- 54 йыл дауамында беҙҙә Башҡортостан балаларына бөтә төр медицина ярҙамы күрһәтелә, – тине Людмила Семавина. – 2025 йылда беҙҙең дауаханала 30 меңгә яҡын бала дауаланған, табиптар 7 меңдән ашыу операция яһаған. Юғары һәм урта медицина белеме булған бер меңдән ашыу белгес юғары технологиялар ҡулланып балалар ауырыуҙарының тулы исемлеген диагностикалауҙы һәм дауалауҙы тәьмин итә. “Салют”  реабилитация комплексында беҙҙең медицина блогының йыл ярым эшләү осоронда ауыр патологиялы 164 бала инвалидлыҡтан ҡотолған. Ә дауаланған балаларҙың 25 проценты тиерлек функциялары боҙолған төркөмдән уртаса төркөмгә күсә, йәшәү сифатын күпкә яҡшырта.

2025 йылда Республика балалар клиник дауаханаһы ”Педиатрия профилендәге иң яҡшы медицина ойошмаһы” Рәсәй конкурсында беренсе урын яуланы. Был еңеү Рәсәй педиатрҙар союзының республиканың балалар һаулығы кимәлен юғары таныуын күрһәтә.

Бынан тыш, “Беҙҙең заман өсөн көслө идеялар” илдең стратегик инициативалар агентлығы платформаһында РДКБ Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбенә ингән 15 практиканы урынлаштыра һәм уңышлы яҡлай.

– Республикала катамнез системаһы уйлап табылды һәм индерелде, уның ярҙамында бәләкәй йәштә ауыр сир үткәргән балаларҙы участка табип-педиатрҙары ғына түгел, беҙҙең белгестәр ҙә оҙатып йөрөй, шул иҫәптән телемедицина ҡулланып, – тине баш табип. – Рәсәйҙә бындай системаның аналогтары юҡ.

Людмила Семавина Өфөнөң Тихорецкая урамындағы балалар психоневрология үҙәгенең консервацияланған корпусында капиталь ремонт үткәреүҙе һорап мөрәжәғәт итте.

– Пациенттарҙы дауахананың төп корпусы биләмәһенә башҡа бүлексәләргә зыян килтереп күсерергә тура килде. Беҙ 18 йәшкә тиклемге инвалид балаларҙың ата-әсәләре менән бергә йәшәүҙе тәьмин итергә тейешбеҙ, был палаталар майҙанын арттырыуҙы һәм өлкәндәрҙе йоҡо урындары менән тәьмин итеүҙе талап итә, – тип билдәләне баш табип. – Үҙгәртеп ҡороуҙы 2000 йылда төҙөлгән корпуста урынлашҡан балалар эндокринологияһы бүлеге лә көтә. Палаталарҙа балалар ҡандағы глюкоза кимәлен даими контролдә тотоу өсөн ҡулланған гаджеттарҙы зарядлау өсөн розеткалар юҡ.

Радий Хәбиров балалар дауаханаһының хеҙмәт коллективын абруйлы конкурста еңеүҙәре менән ҡотланы, хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте һәм Людмила Семавинаға Башҡортостандың почет грамотаһын тапшырҙы.

– Был конкурста һеҙ Мәскәүҙең иң ҙур стационарҙары менән ярыштығыҙ. Был еңеү һеҙҙең профессионаллегегеҙҙе һәм юғары кимәлегеҙҙе күрһәтә, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Яҡын арала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры менән бергә Тихорецкая урамындағы психоневрология корпусына һәм балалар эндокринологияһы бүлегенә барасаҡбыҙ, нимә эшләргә мөмкинлеген ҡарарбыҙ. Был беҙҙең өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе буласаҡ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас