Мәкерле С гепатиты үҙен һиҙҙермәй генә аҙыуын дауам итә, аҙаҡ ваҡыт үтеү менән бауыр циррозына йәиһә яман шешкә килтереүе ихтимал. Был сир һәм уны дауалау тураһында һөйләүен һорап, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш инфекционисы Татьяна Майороваға мөрәжәғәт иттек.
– Был сир хаҡында һәр кемдең белеүе, уны асыҡлау, дауалау юлдары тураһында мәғлүмәтле булыуы мөһим, сөнки уның мәкерлелеге, оҙаҡ ваҡыт һиҙҙермәүе билдәле. С гепатиты ниндәй сир һуң ул? Хроник гепатиттан ниндәй яғы менән айырыла?
– Гепатит – бауыр туҡымаһының ялҡынһыныуы тигән һүҙ. Сәбәбе – С гепатиты вирусында. Киҫкен гепатит ваҡытында организм инфекция менән әүҙем көрәшә, уны организмдан тулыһынса сығарыу өсөн тырыша. Ул вирусты йоҡторғандан һуң башлана һәм, ҡағиҙә булараҡ, алты айҙан да оҙаҡ дауам итмәй.
Хроник гепатит – бауырҙың даими ялҡынһыныуы. Киҫкен осорҙа организм вирусты еңә алмағанда, ул ныҡлап үҫешә башлай. Хроник гепатиттың уға хас булған билдәләре юҡ. Йылдар буйы ауырып та, был хаҡта шикләнмәҫкә мөмкин. Сир билдәләрһеҙ үтә, бары ҡанда ғына үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Шул сәбәпле был вирус бик мәкерле.
– Татьяна Георгиевна, вируслы хроник гепатитты дауалап буламы?
– Заманса препараттар вируслы хроник гепатитты, ниндәй генотипҡа, йәшкә һәм башҡа факторҙарға ҡарауына ҡарамаҫтан, тулыһынса дауалай ала. Был осраҡта вирус организмдан юҡ ителә.
Дауалау мотлаҡ, сөнки тейешле дауалау тәғәйенләнмәгәндә, сирҙең циррозға, хатта бауыр яман шешенә юлыҡтырыуы ихтимал.
– Гепатит менән һары ауырыуы бер үк сирме?
– Икеһе ике төшөнсә. Тәндең, күҙ ағының һары төҫкә инеүе, бәүелдең ҡарайыуы – бары билдәләр генә. Был хәл ҡанда билирубин кимәленең күтәрелеүе, йышыраҡ бауыр туҡымаһының ялҡынһыныуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Бындай билдәләр киҫкен һәм вируслы хроник гепатитҡа юлыҡҡанда ғына түгел, башҡа күп кенә сирҙәрҙә лә барлыҡҡа килә.
– Әгәр антиесемдәргә анализ С гепатиты вирусына ыңғай булһа, ни эшләргә?
– С гепатиты вирусына антиесемдәр булыуы һеҙҙең организмығыҙҙың ҡасан да булһа уның менән осрашыуын күрһәтә. Шулай уҡ һөҙөмтәнең ялған булыу ихтималлығы ла бар. Был анализ ғына теүәл диагноз ҡуйыу өсөн етмәй. Табип- инфекционист һеҙгә өҫтәмә тикшереү тәғәйенләргә тейеш. Барыһынан да элек, ҡанда вирус булыуын асыҡлау мөһим. Был анализды ПЦР тип атап йөрөтәләр. Уның һөҙөмтәһендә диагноз дөрөҫ ҡуйыласаҡ.
– Әгәр сир асыҡланһа, ҡайһы табипҡа мөрәжәғәт итергә?
– Йәшәгән урынығыҙ буйынса табип-инфекционист күҙәтеүендә булырға кәрәк. Ул һеҙҙе яңынан тикшереүгә ебәрәсәк, аҙаҡ – консультация алыу өсөн республика йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына йәки республика СПИД һәм йоғошло ауырыуҙар менән көрәш үҙәгенә.
Ҡағиҙә булараҡ, хроник гепатит йәшәү рәүешенә һиҙелерлек йоғонто яһамай, ғәҙәти тормош менән йәшәргә, спорт менән шөғөлләнергә мөмкин. Әммә майлы, тоҙло-боросло, әсе аш-һыу, дарыуҙар менән мауыҡмағыҙ, алкоголле эсемлектәрҙән баш тартығыҙ, һыуыҡ тейҙермәгеҙ, тура төшкән ҡояш нурҙарында ҡыҙынмағыҙ.
– С гепатиты кешегә нисек йоға?
–Ул ҡанда һәм ауырыу кешенең биологик шыйыҡлыҡтарында була. Ошо йоғошло шыйыҡлыҡтар сәләмәт кешенең ҡан ағымына эләкһә, сир йоға. Инфекция организмға ни тиклем күберәк эләкһә, йоҡтороу хәүефе шунса ҙурыраҡ. Тикшерелмәгән ҡанды йәки уның продукттарын ҡойоу, насар эшкәртелгән инструменттар ярҙамында манипуляциялар үткәреү һөҙөмтәһендә сирҙе йоҡтороу ихтимал. Бындай хәүефле осраҡтар ярайһы күп: стерилләнмәгән шарттарҙа операциялар яһау, стоматология манипуляциялары, салондарҙа маникюр, татуаж, инъекциялар эшләү, енси бәйләнештәр, гастро- йәки колоноскопия процедуралары үткәреү. Күрешкәндә, ҡосаҡлағанда, үпкәндә, һауыт-һаба аша, аш-һыу әҙерләгәндә, бөжәктәр, йорт хайуандары тешләгәндә гепатит йоҡмай.
– Сирҙе йоҡтороуың хаҡында өйҙәгеләргә әйтергәме әллә борсомаҫҡамы?
– Әйтһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр. Сирҙең ауыр үтеүе ихтимал, яҡындарығыҙҙың ярҙамы кәрәк булыуы бар. Ғаиләнең башҡа ағзаларын да гепатитҡа тикшертергә кәрәк. Гигиена сараларын айырым ҡулланығыҙ. Ауырыуҙар ҙа ғаилә өсөн аш-һыу әҙерләй ала, хатта бер генә ҡан тамсыһы аҙыҡҡа төшһә лә, аш һеңдереү системаһы ферменттары вирусты юҡа сығарасаҡ.
– С гепатиты бала табыу өсөн ҡаршылыҡ тыуҙыра аламы?
– Вируслы гепатит бала табыуға ҡаршылыҡ була алмай, әммә йөклөлөк осорондағы бөтә хәүефле мәлдәрҙе табип менән асыҡларға, кәңәшләшергә кәрәк. С гепатитына иммунитет формалашмай, шулай булғас, һауыҡҡандан һуң да яңынан йоҡтороу хәүефе һаҡлана.
Фото:VK.com