Тирә-яҡ мөхиттең бысраҡлығы, дөрөҫ булмаған туҡланыу, дарыуҙар һәм башҡа кире факторҙар организмда токсиндарҙың йыйылыуына килтерә. Был хәл бөтөү, шешенеү, ауыртыуҙар, баш ауыртыу һәм башҡа күңелһеҙ хәлдәр сәбәпсеһе. Иғтибарығыҙға еңел генә таҙараныу ысулы тәҡдим итәбеҙ – төнгөлөккә табандарға компресс ҡуйыу.
Файҙаһын тиҙ арала тойорһоғоҙ: хәл яҡшыра, быуындар һыҙлауы бөтә, аяҡтар шешенеүе ҡайта, баш ауыртыу еңеләйә.
Кәрәк буласаҡ:
5 һарымһаҡ теше
1 ҙур булмаған һуған
100-120 мл һыу
Мамыҡ, бинт һәм үҙе йәбешеүсе бау
Кизе-мамыҡ носкиҙар.
Әҙерләү:
Һарымһаҡ менән һуғанды ваҡларға. Һыуҙы ҡайнатырға һәм унда ваҡланған массаны һалырға, 3-5 минут бешерергә. Уттан алғас 20 минут самаһы иретмәне һыуытырға. Килеп сыҡҡан йылы массаға мамыҡ дискы йәки бинтты һалып сылатырға һәм табандың уртаһына урынлаштырырға. Уны бәйләргә һәм носки кейергә.
Компресты төнгөлөккә ҡалдырыр кәрәк. Иртәнгә уның ҡарайыуы бар – тимәк токсиндар сыҡҡан. Нисек файҙаланырға? Тәүге аҙна көн аша эшләргә, аҙаҡ ай дауамында аҙнаһына бер тапҡыр. Курсты 3-4 ай һайын ҡабатларға мөмкин.
Фото нейроселтәр ярҙамында булдырылды.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!