Аптеканан һатып алынған һолоно, өс литрлыҡ банкаға өс аш ҡалағы йыуып һалып (өйөп һалып, йыуғанда өҫкә йөҙөп сыҡҡан буштарын түгеп), тултырғансы ҡайнап һыуынған һыу ҡойорға. Һыулы банканы һыу ҡойолған ҙур кәстрүлгә ултыртып ҡайнатырға кәрәк.
Ҡайнап ултырғанда тәүҙә һоло өҫкә ҡалҡа, аҙаҡ ҡайнай-ҡайнай аҫҡа төшөп ултыра. Шунан банканы алып, 12 сәғәткә ҡараңғы йылы урынға баҫырып ултыртырға кәрәк. Артабан һөҙөп алып һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Был төнәтмәне көн һайын ас ҡарынға бер сынаяҡ эсергә кәрәк. Өс аҙна эскәндән һуң, өс аҙна ял итергә, аҙаҡ тағы берҙе ҡабатларға.
ИҒТИБАР! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Сығанаҡ: Әлиә Йосопова.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!