Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Март , 18:30

Таҙартылған сәтләүек файҙалыраҡмы, әллә ҡабыҡлыһымы?

Күптәр грек сәтләүегенең таҙартылған вариантына өҫтөнлөк бирә, сөнки шулай арзаныраҡ сыға кеүек. Әммә был – яңылыш фекер. Ысынында...

Таҙартылған сәтләүек файҙалыраҡмы, әллә ҡабыҡлыһымы?
Таҙартылған сәтләүек файҙалыраҡмы, әллә ҡабыҡлыһымы?

Беҙ грек сәтләүеге тип йөрөткән был ризыҡ, ғәҙәттә, ике төрҙә – таҙартылған килеш һәм таҙартылмаған көйө һатыла.  Составы йәһәтенән ул бик файҙалы. Уны суперфуд, йәғни ныҡ файҙалы, туҡлыҡлы, витаминдарға бай ризыҡ тип йөрөтәләр. Был төр сәтләүектең составында ҡеүәтле антиоксиданттар, майлы кислоталар, макро һәм микроэлементтар бик күп.

Күптәр грек сәтләүегенең таҙартылған вариантына өҫтөнлөк бирә, сөнки шулай арзаныраҡ сыға кеүек. Әммә был – яңылыш фекер. Ысынында, таҙартылмаған сәтләүектең хаҡы шул уҡ тиерлек килеп сыға, сөнки ул күпкә арзаныраҡ тора һәм, ҡабығын ташлаған хәлдә лә, сәтләүектең үҙҡиммәте таҙартылғанынан әллә ни айырылмай. Ә бына файҙаһы йәһәтенән тап шул ҡабыҡлыһы күпкә өҫтөнөрәк, сөнки эшкәртеү, транспортировка барышында таҙартылған сәтләүек формаһын юғалта, ситтәре кимтелә, тышы һыҙырыла башлай. Ә был үҙ сиратында майлы кислоталарға кислород үтеп инеүгә һәм уларҙы әсетеүгә килтерә. Таҙартылған сәтләүектәге әсе тәм тап бына ошо сәбәпле барлыҡҡа килә.

Ҡабыҡлы сәтләүек үҙенең барлыҡ ҡиммәтле сифаттарын тулыһынса тиерлек һаҡлай, тәмен юғалтмай. Шуға күрә сәтләүек һайлағанда ошо ябай ғына кәңәштәрҙе белеп ҡуйыу зыян итмәҫ.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас