Йәшел, йәғни бешеп өлгөрмәгән грек сәтләүегенең файҙалы сифаттары тураһында, моғайын, ишеткәнегеҙ барҙыр. Был турала Гиппократ һәм Әбүғәлисина (Авиценна) хеҙмәттәрендә лә бик күп мәғлүмәт табырға мөмкин.
Бөгөн һеҙҙең иғтибарға яурын, елкә тирәһендә, арҡала тупланған тоҙҙан ҡотолоу өсөн төнәтмә рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ул өлгөрөп етмәгән грек сәтләүегенең ҡабығынан әҙерләнә. Әгәр киптерелгән сәтләүек һатып алһағыҙ,
Ингредиенттар: 30-40 йәшел грек сәтләүеге, 2,5 литр һыу.
Әҙерләү. Сәтләүек ҡабығын айырып алып, 2,5 литр һыуға һалып, талғын утҡа ҡуйырға һәм 30 минут тирәһе ҡайнатырға. Һыуынғас, ҡараңғы урынға алып ҡуйырға.
Төнәтмәне яртышар стакан иртән, көндөҙ һәм йоҡо алдынан ҡабул итергә кәрәк. Дарыу яҡынса бер аҙнаға етә, шуға күрә киләһе ете көн өсөн тағы ошондай төнәтмә әҙерләргә кәрәк. Артабан бер ай ял итергә.
Бындай төнәтмә организмында йод артыҡ, ашҡаҙан сей яраһы, ҡаны ҡуйы булған кешеләргә, шулай уҡ сәтләүеккә аллергияһы булған, бала имеҙгән ҡатындарға тыйыла. Ғөмүмән, халыҡ медицинаһы дауаһы менән ҡуллана башлар алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!
Ә инде йәшел сәтләүекте барлыҡ интернет-магазиндар аша яҙҙырып алырға мөмкин. Эҙләгәндә “молодой грецкий орех молочной спелости” тип яҙығыҙ. Уның киптерелгән, ҡайнатма, төнәтмә рәүешендә лә һаталар.
Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!