Талпандар апрель башында, көндәр йылынғас, әүҙемләшәсәк, тип хәбәр итте “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы. Улар бигерәк тә май-июнь айҙарында күбәйәсәк.
Ведомство мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр 14 талпан энцефалиты һәм 24 боррелиоз осрағы теркәлгән. “Энцефалит ун биләмәлә асыҡланған. Асҡын, Белорет, Ҡариҙел, Дыуан, Әбйәлил, Благовещен һәм Өфө райондарында, шулай уҡ Сибай, Салауат һәм Стәрлетамаҡта республикалағы сирләү осраҡтарының уртаса кимәленән юғарыраҡ”, - тип хәбәр итте идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре. Йыл һайын 10-12 мең кеше талпан ҡаҙалыу осрағы менән медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә. Шуға күрә көндәрҙең йылына башлауын талпандар ҙа түҙемһеҙләнеп көтә. Уларҙан һаҡ булырға кәрәк.
Фото: социаль селтәрҙән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!