Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Март , 01:30

Аяғын ҡырҡмай һаҡлап ҡала алдылар

Пациент аяҡтары ауыртыуына, ойоуына, уң аяғының табаны һәм сирағының өшөүенә зарлана...

Аяғын ҡырҡмай һаҡлап ҡала алдылар
Аяғын ҡырҡмай һаҡлап ҡала алдылар

Башҡортостандың ҡан тамырҙары хирургтары пациентты аяҡһыҙ ҡалыуҙан ҡотҡарҙы. 64 йәшлек ир Ашығыс медицина ярҙамы клиникаһының ҡан тамырҙары хирургияһы бүлексәһенә аяҡтары ауыртыуына, ойоуына, уң аяғының табаны һәм сирағының өшөүенә зарланып, ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Йөрөгән саҡта балтыр мускулдарында көслө ауыртыу барлыҡҡа килеүен дә билдәләй.

Белгестәр бер юлы өс ҡатмарлы операция үткәрергә мәжбүр була. Янбаш артерияларындағы ҡан төйөрсәләрен алып ташлап, бығым артерияларына стенттар ҡуялар һәм янбаш артерияларындағы үтеүсәнлекте киңәйтәләр. Йөрәк-ҡан тамырҙары һәм рентгенэндоваскуляр хирургтарҙың берҙәм эш һөҙөмтәһендә  ишемия  туҡтатыла.

Операциянан һуң пациенттың хәле тотороҡлана, ул дауахананан сығырға әҙерләнә. Уң аяғын хирургтар ампутациянан ҡотҡарып алып ҡала. Бындай ҡатмарлы әмәлиәттәр һирәк башҡарыла, уның үҙенсәлеге шунда: бөтә операциялар ҙа бер наркоз аҫтында артерияларҙың өс кимәлендә үткәрелә.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас