Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Март , 17:30

Был эсемлек төндә артыҡ майҙарҙы “ашай”

Уны йоҡлар алдынан эсергә кәрәк. Коктейлде өй шарттарында ла еңел генә әҙерләргә мөмкин.  

Был эсемлек төндә артыҡ майҙарҙы “ашай”
Был эсемлек төндә артыҡ майҙарҙы “ашай”

Был коктейлде өй шарттарында ла еңел генә әҙерләргә мөмкин.

Кәрәк: 1 стакан артыҡ майлы булмаған кефир, 2 аш ҡалағы көрпә йәки блендерҙа онталған һоло йәйпәге (геркулес), 1 аш ҡалағы етен оно (кибеттә һатыла, бик тә булмаһа, етен орлоғон блендлер ярҙамында он кеүек итеп эшләп алырға), 1 балғалаҡ какао-порошок, 6-7 бөртөк ҡара емеш (чернослив), бер семтем дәрсен (корица), 50 миллилитр ҡайнар һыу.

Ҡара емеш өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡойоп, бер нисә минут ултыртып тороғоҙ. Артабан уны блендерҙа иҙегеҙ. Татлыраҡ ризыҡ яратһағыҙ, тосон алып, бер финик емеше ҡушып ебәрегеҙ.

Һалҡынса кефирға көрпә йәки һоло йәйпәген, етен онон, дәрсен һәм какаоны ҡушып, яҡшы итеп туғығыҙ. Ошо массаға иҙелгән ҡара емеште ҡушып, яҡшы итеп бутарға һәм йоҡо алдынан эсергә.  

Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

 

 

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас